ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
1 Октябрь 2019, 18:33

Устарыбыҙ асыҡ булһа ине…

Күркәм холоҡло, сабыр, аҡыллы хеҙмәттәшем булды. Оло йәштәге апай эштә генә түгел, тормошта ла кәңәшсем, терәгем ине.

Күркәм холоҡло, сабыр, аҡыллы хеҙмәттәшем булды. Оло йәштәге апай эштә генә түгел, тормошта ла кәңәшсем, терәгем ине. Йәшлегем менән күп нәмәне аңлап еткермәгән йә дөрөҫ ҡабул итә алмаған саҡтарымда һәр саҡ уға мөрәжәғәт иттем. Кәрәк кенә кәңәшен бирер, барын да ипле генә итеп төшөндөрөр, уйҙарымды ыңғай көйләргә ярҙам итеүсе хеҙмәттәшемә әле лә рәхмәтлемен.

Үҙе үтә лә киң күңелле, алсаҡ булғанғалыр, күптәр уға тартылып торҙо. Ҡулынан килгәнсә һәр кемгә ярҙам итте апай, йылы һүҙе, тәмле ризығы менән ихлас бүлеште. Матди ҡыйынлыҡтар кисереп йәшәгән осоро ине беҙ бергә эшләгән йылдар, шулай булыуға ҡарамаҫтан, һорап килгән кешегә үҙенең аҙаҡҡы аҡсаһын тоттороп сығарған саҡтарына йыш шаһит була торғайным. Баҡсаһында үҫкән емеш-еләген, тауығы һалған йомортҡаһына саҡлы беҙҙең менән уртаҡ ашаны. Өйөнә барһаң да, ҡайҙа ултыртып, нисек ҡунаҡ итергә белмәй бер була, оҙатҡанда иһә сумка тултырып күстәнәсен һала.

Үҫтергән гөлдәрен күсереп ултырта башлаһа, һәр ҡайһыбыҙға шуның ботаҡтарын таратып бирә. Яҡшы сифатлы орлоҡтарҙы почта аша яҙҙырып ала, шунда ла беҙҙе онотмай, үҙенә алғандарҙы беҙгә лә яҙҙыра. Хатта был хаҡта уларҙы ҡулға килтереп тотторғансы белмәй ҙә торғайныҡ.

Уның магазиндан алған берәй әйберен оҡшатып ҡалып, миңә лә кәрәк ине, тиеүең була, үҙенә алғанын һис икеләнеүһеҙ биреп ҡуя, йә икенсе көндө үк магазиндан һатып алып килтерә.

Телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләгән ризыҡтарынан да күп ауыҙ иттек апайҙың, ҡулы ҡотло булғанғамы, һәр ашы ашап туйғыһыҙ булды. Уларҙы нисек бешереүен һораһаң, ихлас итеп, тәфсирләп аңлата, улай ғына ла түгел, һәр кемебеҙгә айырым яҙып бирә торғайны. Ә инде әҙерләп тә, уныңса килтереп сығара алмаһаҡ, үҙе әҙерләп биреп ҡыуандырыр ине. Уның үҙе генә белгәнсә итеп кемгәлер кәбеҫтә, ҡыяр тоҙлап биреүҙәрен әле лә көлөп иҫкә алабыҙ. Бер ҡасан да ҡул арты китә, күҙ тейә, тип ҡурҡманы.

Сирләп торған саҡтарыбыҙҙа уның сумкаһында һәр ҡайһыбыҙҙың ауырыуына тәғәйен дарыу табылды. Врачҡа барғансы уҡ, ҡурҡыу, шик-шөбһәләребеҙҙе таратып, әллә ни ҡурҡыныс юҡлығын аңлатып, диагнозды ла беҙгә ул «ҡуйҙы», дауаханала иһә уныһының раҫланыуына күнеп тә бөткәйнек. Тора-бара, ул өйрәткәнсә артыҡ бошонмай, сәбәләнмәй генә хеҙмәттәшебеҙ кәңәш иткән дарыу йә үләндәрҙе эсеп һауыҡтыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ: күп осраҡта врач та ул әйткән дауаларҙы яҙа ине.

Сирләп дауаханаларҙа ятҡаныбыҙҙа ла иң беренсе булып ул килде.

Ауылда атай-әсәйҙең мал-тыуары, ҡош- ҡорто сирләһә лә, унан шылтыратып һораныҡ, уларға ла тәғәйен дауаны апайыбыҙҙан алдыҡ.

Үҙенең бай тормош тәжрибәһе менән шулай ихлас, күңелен биреп бүлеште, кәрәк кенә урында кәрәк кенә һүҙҙе тик унан көттөк.

Яңғыҙ йәшәгән, мохтажлыҡ кисергәндәргә ит-майын, он-шәкәрен тейәп ебәрһенме, күрше-тирәһе берәй яҡҡа киткәндә донъяларын ҡарап ҡалһынмы, йә шуларҙың эт-бесәйҙәрен, ҡош-ҡорттарын үҙенә алып ҡараһынмы – кешеләргә ҡылған изгелектәрен һанап бөтөрөрлөк тә түгел инде.

Урамға сыҡһаҡ, хәйер һорап ултырыусыларҙың устарын һис ҡасан буш итмәй, яндарынан нисә үтһә лә, күпме бирә ала, шунса аҡса һалып уҙҙы һәм мине лә шуға өйрәтте.

Уның аҡыл тулы кәңәштәрен, төплө һүҙҙәрен күп ишеттем, тормошта килеп тыуған хәл-ваҡиғалар уларҙы йыш иҫкә алырға мәжбүр итә, ә шулай ҙа, бер кәңәшен әлегәсә күңелемдә һаҡлап йөрөтәм.

«Усың һәр саҡ асыҡ булһын, - ти торғайны ул. - Кешеләргә күпме бирһәң, үҙеңә лә шунса әйләнеп ҡайтыр. Йомоҡ ус ҡотһоҙ, бәрәкәтһеҙ була ул. Был донъяла усыңды йомоп йәшәмә…»

Ҡайһы ваҡыт үҙенә сауап алыр өсөн генә кешегә хәйер таратҡан, ниндәйҙер изгелек эшләп маташҡандарҙы осратам. Шул саҡтарҙа һәр ваҡыт өлкән хеҙмәттәшемде иҫкә төшөрәм. Уның һис кем менән иҫәпләшмәй ҡылған ихлас ғәмәлдәре, башҡаларға күрһәткән яҡшылыҡтары, донъяға һәр саҡ асыҡ булған саф күңеле һоҡланыу тыуҙыра. Тормошобоҙ ҙа тап шундай кешеләр менән йәмле бит ул.
Читайте нас: