ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
22 Октябрь 2019, 16:54

Хөкөм итергә ашыҡма...

Бәләкәй ҡыҙының ике алма тотоп торғанын күреп, әсәһе:- Балам, алмаңдың береһен миңә бирергә теләмәйһеңме? - тип, йомшаҡ ҡына һораған.

Бәләкәй ҡыҙының ике алма тотоп торғанын күреп, әсәһе:

- Балам, алмаңдың береһен миңә бирергә теләмәйһеңме? - тип, йомшаҡ ҡына һораған.

Ҡыҙыҡай ҡулындағы емештәргә бер нисә секунд ҡарап торған да, тәүҙә береһен, аҙаҡ икенсеһен тешләп алған.

Әле генә ҡояштай балҡыған әсәнең йылмайыуы яйлап һүнгән. Һөйөклө ҡыҙының алмаһы менән уртаҡлашырға теләмәүен күреп ныҡ ҡайғырған. Әммә ул болоҡһоуын күрһәтергә теләмәгән.

Шул ваҡыт кескәй ҡыҙы тешләнгән алмаһының береһен әсәһенә һуҙған да:

- Мә, әсәй, бына быныһы татлыраҡ! - тигән.

Ни тиклем тәжрибәле, белемле, мәғлүмәтле булһағыҙ ҙа, кеше ҡылығының сәбәбен белмәйенсә, бер ҡасан да хөкөм итергә ашыҡмағыҙ. Был риүәйәт шул хаҡта.

Кешегә һәр ваҡыт аңлатырға мөмкинлек бирегеҙ. Тәүге тәьҫорат ялған булыуы мөмкин. Ашығыс фекер йөрөтөп, беҙ йыш ҡына яңылышабыҙ һәм үҙебеҙгә хаталаныуҙарға юл ҡуябыҙ.
Читайте нас: