ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
30 Октябрь 2019, 16:11

Һеҙ яратҡан шиғырҙар

Йәшлектең дә, әгәр ҡабатланһа, Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы...

Ҡапҡа төбөндә . . .


Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,

Ҡарт - ҡоролар ятып йоҡлағас,

Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,

Егет килде ҡыҙын оҙатып.


Туҡтанылар ҡапҡа төбөндә,

Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;

Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,

Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.


Тотоп алды уның биленән...

Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...

"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!"-

Тигән булды ҡыҙый, тик һаман

Егетенә нығыраҡ һыйынды.

Ай нурына донъя ҡойондо.

һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,

Улар һаман ҡапҡа төбөндә.


Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -

Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.

Инәм, тиеп тағы уҡталды,

"Аҙға ғына" тағы туҡталды;

Улар һүҙҙе тағы яңыртты,

Ул арала инде таң атты.


Ҡабатлана шулай көн һайын

Йәшлек тигән нәмә, моғайын,

Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән

Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
****

Уның менән ҡултыҡлашып уҙҙың,

Һин уныҡы хәҙер, уныҡы...

Мин йылғаның хәҙер был ярында

Ә һин хәҙер теге ярҙыҡы.


Араларҙа тәрәнлектәр ята,

Һәм тулҡындар ята тау һымаҡ,

Таң алдынан күк томандар ята,

Күк томандар ята ау һымаҡ.


Тәрәнлектәр һәм тулҡындар аша

Йөҙөп сығыр инем - хаҡым юҡ,

Таң алдынан күк томандар аша

Һине ҡосор инем - хаҡым юҡ.


Осрағанда туҡтап һөйләшергә,

Танырға ла хатта хаҡым юҡ;

Араларҙа беҙҙең бер ҡасан да

Булмағандыр кеүек яҡынлыҡ.


Мин йылғаның хәҙер был ярында,

Ә һин уның теге ярында;

Ике яр бит тоташмаған кеүек

Уртаһында йылға барында.


****

Ғүмер китабымды, альбом кеүек,

Ҡарап сығырға ,тип бирһәләр,

"Йәшлек" тип яҙылған өс-дүрт битен

Урлар инем,

Әгәр күрһәләр,

Ҡасыр инем алыҫ ерҙәргә,

Йәшлегемде һалып эйәргә.

Ул ҡайҙалыр бик яҡында ҡалған:

Ауылымдың айлы төнөндә

Фуражкаһын ҡырын һалған егет

Ҡыҙын көтә тирәк төбөндә.

Эшкә һуңлай, тиеп, борсолмағыҙ,

Йәшлек бит ул!

Йәшлек өлгөрөр!-

Таң атҡансы тирәк төбөн һаҡлар,

Ә таң менән эшкә йүгерер...

Шундай сағым бик яҡында кеүек,

Ҡулды һуҙһам, етер шикелле,

Ҡулды һуҙам тиеп бер үрелһәм,

Өркөтөрмөн, китер шикелле.

Мин яратам ҡояш сыҡҡан сағын,

Ерҙең өҫтөн нурға балҡытып;

Табалманым,дуҫтар, ғүмеремдең

Йәшлектән дә матур ваҡытын!

Тик донъяла бер ни ҡабатланмай,

Һәр нәмәнең була һыҙығы;

Йәшлектең дә, әгәр ҡабатланһа,

Булмаҫ ине, бәлки, ҡыҙығы.

Ул ҡайҙалыр бик-бик яҡында,

Йыр йырлайҙар уның хаҡында.


Әнғәм Атнабаев
Читайте нас: