ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
31 Октябрь 2019, 19:05

Ҡотоевтың ҡотло донъяһы

Ул беҙгә башҡорт халыҡ йырҙарын күңеле аша үткәреп, бар нескәлегендә бирә алған оҫта башҡарыусы булараҡ таныш. Үҙенә генә хас моңло тауышы, репертуарына яуаплы ҡарауы, сәхнәлә үҙен тотошо уны эстрадабыҙҙың башҡа йырсыларынан айырып тора. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, танылған йырсы, халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы Марсель Ҡотоевтың ҡотло донъяһына байҡау яһайыҡ.

Ул беҙгә башҡорт халыҡ йырҙарын күңеле аша үткәреп, бар нескәлегендә бирә алған оҫта башҡарыусы булараҡ таныш. Үҙенә генә хас моңло тауышы, репертуарына яуаплы ҡарауы, сәхнәлә үҙен тотошо уны эстрадабыҙҙың башҡа йырсыларынан айырып тора. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты, танылған йырсы, халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы Марсель Ҡотоевтың ҡотло донъяһына байҡау яһайыҡ.
- Билдәле шәхестәре менән дан тотҡан Баймаҡ егете бит әле һеҙ. Яҡынданыраҡ танышып үтәйек...

- Эйе, Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуғанмын. Ысынлап та, шағирҙары, йырсылары, ҡурайсылары, бейеүселәре менән данлыҡлы беҙҙең ауыл. Әлеге көндә лә унда таланты булмаған бер генә ғаилә лә юҡ, тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ. Дөрөҫөн әйткәндә, ауылда халыҡ йырын йырламаған кеше юҡ. Нимә сәбәпселер инде быға - ултырған урынымы, эскән һыуымы, әммә был сергә яуап юҡ. Хәйер, уныһы мөһим дә түгелдер, иң ҡыуандырғаны, буранбайҙар бөгөн дә шәп йырсы тигән данға тап төшөрмәй.

Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Иң олоһо - мин. Бәләкәйҙән үк йырларға яраттым. Бала саҡта Абдулла Солтанов, Рамаҙан Йәнбәков, Сөләймән Абдуллин, Азамат Тимеровтарҙың яҙмаларын тыңлап өйрәнә инем. Өләсәйем гармунда уйнап йырлар ине. Атай-әсәйем дә - оҫта йырсылар. Уларҙың һәр береһе ижад юлымда этәргес көс бирҙе.
- Ҙур сәхнәгә нисә йәшегеҙҙә һәм ниндәй йыр менән аяҡ баҫыуығыҙҙы иҫләйһегеҙме?

- Һигеҙ йәшемдә "Сулпылар" телевизион конкурсында ҡатнашып, "Бибинур" йырын йырланым. Бынан һуң күп йылдар үтте, тағы ла күркәмерәк сәхнәләрҙә баҫып торғаным, абруйлыраҡ конкурстарҙа ҡатнашҡаным булды, әммә минең ижади тормошомда "Сулпылар"ҙан да бөйөгөрәк һәм әһәмиәтлерәк ваҡиға юҡ. Тап ошо конкурс миндә йырсы булыу теләген уятты.
- Халыҡ бөгөн ниндәйерәк йырҙар тыңлай?

Мин үҙешмәкәр композиторҙарҙың йырҙарын күберәк алам, уларҙы халыҡ тыңлай. Бөгөн халыҡ йырҙарынан торған концерт эшләү төшөмлө түгел тигән һүҙҙәр менән дә килешмәйем. Гастролдәрҙә йөрөгәндә мин бының киреһен күрәм. Бәлки, бынан бер нисә йыл элек халыҡ йырын тыңламайынса, тамаша залын ташлап сығып китеүселәр булғандыр, әммә бөгөн баянға, ҡурайға ҡушылып йырлағанды барыһы ла ярата. Халыҡ йыры - мәңгелек. Ул беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ.
- Марсель, йәшерен-батырыны юҡ, артистарға ла, йырҙарға ла ҡытлыҡ юҡ хәҙер. Эстрадабыҙҙы еңел-елпелек баҫып барғандай. Шул тулҡынға эләкмәй, үҙең булып ҡалыу ауырмы?

- Халыҡҡа нимә үтә, шуны алға һөрә еңел-елпелекте үҙ итеүселәр. Әммә сәнғәтте белгәндәр, аңлағандар, ысынды яһалмалыҡтан айырыусылар ҙа етерлек. Мин аҙаҡҡылары өсөн эшләйем.
- Тимәк, мәҙәниәтте беҙ үҙебеҙ булдырабыҙ?

- Тап шулай килеп сыға. Милли зауыҡ тигән төшөнсә тураһында оноторға ярамай беҙгә.
- Репертуарығыҙға яуаплы ҡараған йырсы булараҡ та беләбеҙ һеҙҙе...

- Ижадыма яуаплы ҡарауым уҡытыусым Камил Вәлиевтан килә. Йырсының тәбиғи тауышын боҙмайынса, дөрөҫ ҡуйыуҙа, уны үҫтереүҙә уҡытыусының роле бик ҙур. Бөгөн тамашасы мине халыҡ йырҙарын башҡарыусы йырсы булараҡ һанлай икән, уҡытыусыма сикһеҙ рәхмәтлемен.
- Ижади тормошоғоҙҙағы яңылыҡтар менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.

- Әлеге көндә мин филармониянан китеп, яңғыҙ башҡарыусы булараҡ сығыш яһайым. Үҙ төркөмөмдө тупланым. Ойошҡан, берҙәм коллективта бер-беребеҙҙе аңлап, дәртләнеп, яңы хыялдар менән янып эшләп йөрөйбөҙ. Яңы концерт программаһы менән республиканың байтаҡ райондарында булдыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, халыҡтың һөйөүен тоябыҙ, ул беҙҙе ихлас ҡабул итә.
- Артистар тормошта ла йырлап ҡына йәшәйме? Ғөмүмән, үҙегеҙҙе бәхетле кеше тип һанайһығыҙмы?

- Аллаға шөкөр, бәхетлемен. Тормош иптәшем Әлиә менән Арыҫлан исемле ул һәм Элиза исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Яҡындарым, дуҫтарым, яратҡан тамашасыларым бар. Һәм ижадым бар. Ошонан да ҙурыраҡ бәхетте күҙ алдыма килтерә алмайым. Йырлап йәшәүгә килгәндә, тормош үҙе матур бер йыр кеүек ул, әгәр күрә белһәң.
- Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән янаһығыҙ?

- Эш күп, йәшәргә һәм эшләргә, ижад менән шөғөлләнергә, тамашасыны яңынан-яңы йырҙар менән ҡыуандырырға тигән маҡсат ҡуям.
- 4 ноябрҙә буласаҡ концертта мәләүездәрҙе ни көтә?

- Барығыҙҙы ла башҡорт эстрадаһының сағыу йондоҙҙарынан торған «Туҡтасы, ваҡыт, ашыҡма...» тип исемләнгән концертыма саҡырып ҡалам. Унда халыҡ, заманса, шулай уҡ сит халыҡ йырҙары яңғыраясаҡ. Бейеү, юмор ҙа буласаҡ. Аҡсаһын, ваҡытын йәлләмәй килгән тамашасының өмөтөн аҡларға, күңелле ял минуттары бүләк итергә тейешбеҙ. Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ.

- Марсель, ҡасандыр академик Әхмәт Сөләймәнов Буранбай ауылына Хоҙай үҙе бер мөғжизә биргәндер, тап шул ҡөҙрәтле ерҙә таланттар күпләп тыуа, тип яҙғайны. Был һүҙҙәр һеҙгә лә төбәп әйтелгән. Киләсәктә лә яңы ижади үрҙәр, уңыштар ғына юлдаш булһын. Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Читайте нас: