ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
2 Ноябрь 2019, 12:32

Көҙ ине...

Иҫләмәйем...Ниндәй мөхәббәт ул?Урам...Фонарь...Төнгө манзара.Ғаләмдәрҙе иңләп япраҡ яуа!Булған-бөткән...Йәшлек.Мажара.

Иҫләмәйем...

Ниндәй мөхәббәт ул?

Урам...

Фонарь...

Төнгө манзара.

Ғаләмдәрҙе иңләп япраҡ яуа!

Булған-бөткән...

Йәшлек.

Мажара.


Ошондамы?

Ошо тыҡрыҡ?

Эйе...

Танымайым... Юҡсы...

Ул төндө

Айҙың сите кителеп төштө мәле,

Анау өйҙә ҡапыл ут һүнде.


Шул сама йыл буйы хәтерләргә!

Иҫәр түгел дә мин ул саҡлы!

Ул күлдәкме?

Бар ул..

Һаҡлап тотам,

Аҡ ерлектә ҡара борсаҡлы.


Иҫләмәйем!

Ниндәй мөхәббәт ти?!

Бутайһығыҙ, буғай, һеҙ мине!

...Тик бер тапҡыр ғына яраттым мин:

Урам.

Фонарь.

Яҙ...

Юҡ... Көҙ ине...
Т. Ғәниева
Читайте нас: