ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
2 Ноябрь 2019, 12:23

ҮКЕНЕС

– Мин яраттым һине...Ирекһеҙҙән шаһит булырға тура килгән һөйләшеү, теләмәһәм дә… ҡолаҡҡа салына. Уңайһыҙланып ҡына ситкә күсәм. Янымдағы мөләйем апай ҡаршыһында баҫып торған күркәм ҡиәфәтле иргә ирен сите менән генә йылмая.

– Мин яраттым һине…

Ирекһеҙҙән шаһит булырға тура килгән һөйләшеү, теләмәһәм дә… ҡолаҡҡа салына. Уңайһыҙланып ҡына ситкә күсәм. Янымдағы мөләйем апай ҡаршыһында баҫып торған күркәм ҡиәфәтле иргә ирен сите менән генә йылмая.

– Бергә булып булманы…

– Насибың икенсе булғандыр, –тулҡынланыуҙан үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй ултырған апайым, урынынан тороп китеп, тәҙрә төбөнә барып баҫа.

Урынымдан ҡуба алмай, таш шикелле ҡатып ултырған мин, был донъяның ниндәй генә үкенесе юҡ инде, тип уйлап өлгөргәнсе, ағайым да юҡҡа сыға ла, биш минуттан ул ҡосаҡҡа һыймаҫлыҡ гөлләмә тотоп йәнә килеп инә.

– Мин яраттым һине. Утыҙ йыл элек әйтеп өлгөрмәгән һүҙҙәремде үтә һуңлап әйткәнем өсөн ғәфү ит…

Ашығып сығып киткән ағайҙың һуңғы һүҙҙәре ҡаты итеп ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡала. Бүлмәлә икәү генә тороп ҡалғас, илап ебәреүҙән саҡ тыйылып, түҙмәйсә апайға өндәшәм:

– Үкенәһегеҙме?

– Ошондай бай, эшлекле кешенең йәре булмағанғамы?

Уның был һорауын яуапһыҙ ҡалдырам, сөнки уйҙарым бөтөнләй ул хаҡта түгел.

– Ғүмерем буйы ыҙаланып йәшәнем йәшәүен. Етешһеҙ тормош, эскесе ир үҙәгемә үтте. Хәйер, барыһы ла артта ҡалды инде. Ҡалай булһа ла… йәшәлде, һылыу.

– Үкенәһегеҙ, тимәк?

– Анау һүҙен һуңлап ишетеүемә генә үкенәм. – Күҙ йәштәрен йәшерергә теләптер, ул миңә арты менән боролоп баҫа.

– Ниндәй һүҙен?

– Мин яраттым һине, – тине бит. - Ҡалай һуңлап әйтте! Шуныһы үкенес...
Читайте нас: