ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
2 Ноябрь 2019, 11:41

Ял көнөндә балаларығыҙға уҡығыҙ!

Гүзәл апай Ситдиҡованың шиғырҙары балаларығыҙға бик оҡшар

Ҡар бабай ҡайҙа булған?

Епшек ҡарҙы тәгәрәтеп

Әүәләнем ҡар бабай,

Уны яһау ҡыйын түгел,

Уны яһау яп-ябай.

Өс йоморсаҡ етеп ҡуйҙы

Кәүҙә менән башына,

Танау итеп кишер ҡуйҙым,

Ҡара буяу – ҡашына

Ике күҙе – ике төймә,

Тешһеҙ ауыҙ – сыбыҡтан,

Аяғында иҫке галуш,

Ә ҡулдары – ҡабыҡтан.

Бөгөн сыҡһам, ҡар бабай юҡ,

Шул ҡәҙәре ашыҡҡан:

Кишерҙе лә ташлап киткән,

Галушһыҙ юлға сыҡҡан.

Ике төймә – ике яҡта,

Аунап ята ҡабыҡтар,

Әле йәшәү ҡыйындыр шул

Ҡар бабайға ҡар юҡта.


Бесәй ниңә ҡар ашамай


Тәүге ҡарҙа эҙен һалып

Үткән беҙҙең Мыраубай,

Ҡурҡмай бит әле һыуыҡтан,

Ҡурҡмай бер ҙә ҡырауҙан.

Ямғырҙа ла сығып китә,

Сыныҡҡан бесәй бик ныҡ,

Күңелле йөрөй шуға гел,

Үҙе шаян, үҙе шуҡ.

Шар һикертһәм килеп етә,

Алып ҡасып йөҙәтә,

Әле боҫоп, өй артында

Әллә нимә күҙәтә.

Шәкәр кеүек татлы йәш ҡар,

Һурып туйҙым танһыҡҡа,

Мыраубай алдына һалдым –

Ашаһын сысҡан юҡта.

Тик Мыраубай ҡырын ҡарап,

Ашаманы һыйымды,

Минән ҡасып өй артына

Бер мөйөшкә һыйынды.

Иртән ауырып уяндым,

Ангина, ти – ғәләмәт,

Ә бесәйем уйнап йөрөй,

Ә бесәйем – сәләмәт.

Үҙ телендә әйтә миңә:

- Ҡар ашаның - бөлдөңмө,

Минең ниңә йәшенгәнде

Хәҙер инде белдеңме?!
Читайте нас: