Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
5 Ноябрь 2019, 23:44

Рәми Ғарипов шиғырҙары

Әгәр миңә ышанаһың икән, Бер ҡасан да минең турала Теләһә ниндәй үткенсенән һорап, Яҙмышымды хата юрама.

Әгәр миңә ышанаһың икән,

Бер ҡасан да минең турала

Теләһә ниндәй үткенсенән һорап,

Яҙмышымды хата юрама.


Бел һин: мин үҙемә үҙем хаким,

Бер ҡасан да ғорур иркемде

Йәберһетер өсөн башҡаларҙан

Ҡулдарына бирмәм бер кемдең!


Юҡ, мин түгел, иркәм, ундайҙарҙан.

Ул меҫкенлек – ҡолдар өлөшө.

Мин үҙ яҙмышыма үҙем хужа,

Бөтәһенән элек, мин – Кеше!


Бөтә әҙәм минән боролһа ла,

Танымайса ғорур хисемде,

Мин яңғыҙ ҙа алға атлар инем,

Байраҡ итеп ошо исемде...


******

“Ниңә өндәшмәйһең?” – тиһең миңә,

Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?

Сәләм әйттем, ана, таң еленә –

Уны әллә иш итмәйһеңме?


Шыбыр-шыбыр килә япраҡтар ҙа,

Көн дә тыуа минең яғымда.

Ағиҙел дә аға минең яҡтан...

Мин – япраҡта, нурҙа, ағымда.


Ә һин, өндәшмәйһең, тиһең миңә,

Өндәшәм бит, ишетмәйһеңме?

Йөрәгем дә тибә һин тип кенә,

Уны ла һин иш итмәйһеңме?..


*****

Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш,

Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың.

Яратыуҙан янып һөйгәнемде

Шунда ғына аңлай башлайһың.


Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ

Утлы сәскә булып атһа ла,

Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең

Һуғарырға уны аҡһа ла –


Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу:

Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас,

Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең,

Нәфрәтең дә етә – һуңлағас....


РӘМИ ҒАРИПОВ


Читайте нас: