ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
7 Ноябрь 2019, 23:50

Тамара Ғәниева шиғырҙары

Зәңгәр сәскә ҡыҫа күҙен: - Онотма! - Онотманым! Бер-берәүҙең күк куҙҙәрен, Сәсенең болоттарын.

ОНОТМА

Зәңгәр сәскә ҡыҫа күҙен:

- Онотма!

- Онотманым!

Бер-берәүҙең күк куҙҙәрен,

Сәсенең болоттарын.


Күҙемдән яҙҙы ҡарашы,

Ә төҫөн - онотманым!

Иҫтә ҡылған араһынан

Күҙәтер ҡылыҡтары.


Өндәшкәне ҡолағыма:

- Онотма!

- Онотмамын!

Йәшлегемә тоғро ул мин,

Хәтерҙе ойотманым.


Саҡыра мине зәңгәр сәскә:

- Онотма!

- Онотманым!

Килә ятам белә-күрә

Теге ишең кеүек күҙҙәр

Яттарға ылыҡҡанын.



Х Х Х

Өҙөләм хәҙер көҙгө япраҡ ише,

Таралырмын буйлап ер шарын.

Был донъяһын,

Заманаһын, бәлки,

Тетеп әрләр минең дуҫтарым.


Ярылырмын, бәлки, йәҙрә кеүек,

Тулып ятыр ҡотһоҙ ярсыҡтар.

Көс - ғәйрәтем, сөнки, йән сихәтен -

Рухташ йәрен эҙләп талсыҡҡан.


Йә ташырмын тулап туфан һыуҙай,

Ярҙарына һыймаҫ уй-хистән.

Әйтһә әйтер көнсөл дошмандарым:

Әй ҡылана берәү...

Шәп икән!


Быйылғы көҙ ниңә үтә йомарт?

Икебеҙ өсөн ике ҡор йыйған.

Беребеҙгә беребеҙ мәжлесендә

Көрәгәләр тотоу тыйылған.


Өҙөлөрмөн инде,

Ярылырмын

Йә ташырмын сәсәп...

Их, йәрем!..

...Кем кисмәй,

Шул белмәй,

Йәрен ташлап,

Ныҡ үкенгән кеше хәлдәрен...


Тамара Ғәниева
Читайте нас: