ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
8 Ноябрь 2019, 14:02

«Һеңлекәш» фильмы «Нурлы фәрештә» кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасылар призын яуланы

«Һеңлекәш» нәфис фильмы XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасылар һөйөүе призын яуланы. Был хаҡта фильмдың сценарий авторы Айҙар Аҡманов хәбәр итте.

«Һеңлекәш» нәфис фильмы XVI «Нурлы фәрештә» халыҡ-ара хәйриә кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасылар һөйөүе призын яуланы. Был хаҡта фильмдың сценарий авторы Айҙар Аҡманов хәбәр итте.
«Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы фильмын режиссер Александр Галибин Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса төшөрҙө. Таҫма повесть авторы – башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматургтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2019 йылдың 19 сентябрендә экранға сыҡты.
«Һеңлекәш» — киң кинопрокатҡа сыҡҡан башҡорт телендәге беренсе заманса фильм.
Читайте нас: