Конгэк
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Ноябрь 2019, 11:57

Һөйөү менән түләнем

Вокзал, автовокзалға студент замандарынан уҡ бер төрлө генә ҡараш булманы. Күңелдә төрлө уйҙар уята ине был урын: йә ул тормоштоң ҡайнап торған иң күңелле урыны һымаҡ тойола, йә унда бик шомло, хатта ҡурҡыныс, һәр мөйөштән хәүеф-хәтәр янаған кеүек. Ҡапма-ҡаршылыҡлы был фекерҙәр йылдар үткәс тә үтмәй икән, әле лә әгәр яңғыҙым булһам, вокзалға барып ингәс тә, һәр ваҡыт ҡарашым менән генә, үҙемә юлдаш булырҙай кеше эҙләйем.

Вокзал, автовокзалға студент замандарынан уҡ бер төрлө генә ҡараш булманы. Күңелдә төрлө уйҙар уята ине был урын: йә ул тормоштоң ҡайнап торған иң күңелле урыны һымаҡ тойола, йә унда бик шомло, хатта ҡурҡыныс, һәр мөйөштән хәүеф-хәтәр янаған кеүек. Ҡапма-ҡаршылыҡлы был фекерҙәр йылдар үткәс тә үтмәй икән, әле лә әгәр яңғыҙым булһам, вокзалға барып ингәс тә, һәр ваҡыт ҡарашым менән генә, үҙемә юлдаш булырҙай кеше эҙләйем.

-Һин дә Өфөгә, шикелле, - тигән тауышҡа артыма әйләнеп ҡараһам, эргәмдә яңы ғына минең менән бергә билет алған апай баҫып тора. Килешле генә кейенгән. Тулҡынланып торған ҡуйы сәсе тулыһынса салланһа ла, йөҙөндәге йыйырсығы беленер-беленмәҫ. Юл бер яҡҡа булғас, һөйләшеп киттек.

Перрондан ингән-сыҡҡан кешене иғтибар менән күҙәткән, дөрөҫөрәге кемделер көткән кеүек тойолдо тәүҙә үк.

-Вокзал - ул ябай урын түгел, унда кеше яҙмыштары киҫешә. Бында кемдер бәхетен осрата, икенсеһе, киреһенсә, юғалта. Берәүҙәр ҡауыша, икенселәр айырыла. Кемдер - бәхетле, ә кемдер бәхетһеҙ була, - тине Зарифа апай.

Уның ҡабаланмай ғына, айырым-айырым әйткән был һүҙҙәрендә ҙур мәғәнә ятҡанын һиҙәм.

Вагонға ултырғас та вокзал яғынан күҙен алманы ул. Бына поезд ҡуҙғалды. Перронда торғанда башын бер яҡҡараҡ сөйөп, ғорур баҫып торған был апай ҡапыл яурындары төшөп, бәләкәсәйеп, хатта ҡартайып ҡалған һымаҡ булды. Күҙ ҡарашында әйтеп аңлатҡыһыҙ һағыш сағылды.

-Оҙатырға тейеш кешегеҙ килеп өлгөрмәнегеҙме әллә?- тип һорарға булдым, уңайһыҙ тынлыҡты тарҡатырға теләп.

-Юҡ, береһен дә көтмәйем. Былай ҙа бик оҙаҡ көтөргә тура килде миңә. Әле бына һанап ултырам, теүәл ярты быуат булып киткән икән дә.

Бер аҙ тын ултырғас, үҙенең үкенесле яҙмышын һөйләп бирҙе ул. Был оло йәштәге апайҙың тормош юлы мине, ысын мәғәнәһендә, тетрәндерҙе.

Зарифа апай ауылдың иң матур, дәртле ҡыҙҙарының береһе булған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, атай-әсәһе уны ҡалаға уҡырға ебәрергә теләүҙәрен әйтә. Ул осорҙа артабан уҡыу бик һирәктәргә генә тейә торған бәхет була, әммә ҡыҙ яҡындарын, әхирәттәрен ғәжәпкә һалып, ауылдан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмауын белдерә. Берҙән-бер ҡыҙҙарының теләгенә ҡаршы килмәй, әлбиттә, әсәй-атаһы. Фермаға һауынсы булып эшкә урынлаша. Оло апайҙар, еңгәләр менән бер рәттән көнөнә өс тапҡыр 22-25 баш һыйырҙы ҡул менән һауып, тиҙ арала алдынғылар рәтенә сыға. Уңған кеше эш араһында эш бөтөрә тиҙәр, йәш ҡыҙ фермала ла, өйөндә лә үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы ваҡытында теүәлләп, таңға тиклем уйында йөрөй. Йәштәр уйынының башлап йөрөүсеһе була ул. Үҙе дәртле, үҙе һылыу ҡыҙға күҙ атыусы егеттәр байтаҡ була, әммә ҡыҙҙың күңелен быйыл ғына әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан Мансур яулап өлгөрә. Егет тә уңайы тура килгән һайын йөрәге тик Зарифа тип типкәнен әйтә йөрөй. Нәҫеле менән дә, эше һәм матурлығы менән дә маҡтаулы, күрмәлекле ҡыҙҙы күрше ауыл егеттәре лә күҙләй. Иген бураға инеп ятҡан алтын көҙҙөң бер иртәһендә Зарифаға яусы килеп төшә. Атай-әсәй, әлбиттә, бер һүҙһеҙ ҡыҙҙарының хәлле йәшәгән был күркәм ғаиләгә килен булып төшөүенә ризалаша. Ҡыҙ был хәбәрҙе аяҙ көндө йәшен атҡан һымаҡ ҡабул итә, уның өсөн бөтә донъяның аҫты-өҫкә килгән һымаҡ була. Шул көндө был хаҡта һөйгәненә әйтә, Мансур уны бер кемгә лә бирмәйәсәген әйтә һәм бата уҡыла торған көндө Зарифаны урлаясағын белдерә. Был сая аҙымға, алдын-артын уйламай, ҡыҙ ҙа риза була. Әбейҙәр сыуағының иң матур көндәренең береһендә ике яҡтан да ҡыҙ менән егеттең иң яҡын туғандары йыйыла, табын ҡорола. Йәш кәләш менән кейәүгә еңгәләр сымылдыҡ ҡора, мунса яға. Тик күп тә үтмәй, Зарифаның өйҙә юҡлығы асыҡлана. Ғәрсел ҡоҙалар шунда уҡ аттарын егеп, ҡайтыу юлға сыға.

Тик Мансур ғына Зарифаны тура өйөнә алып ҡайтмай. Ҡыҙҙы ҡалаға станцияға тиклем оҙатып барып, бик тиҙҙән осрашырға вәғәҙә биреп, зар илашып айырыла улар.

Ҡыҙ баш ҡалаға барғас та эшкә урынлаша, ситтән тороп уҡырға инә. Ай үтә, йыл үтә. Тик яңы йылды бергә ҡаршыларбыҙ тигән вәғәҙәһе генә үтәлмәй егеттең. Зарифа оҙатҡандан һуң бер-ике генә хат-хәбәре килә лә туҡтай. Ҡыҙ иһә уға хат яҙыуҙан туҡтамай, көнөнә икешәр хат яҙған мәлдәре лә була. Күңел түрендәге иң нескә, йәшерен хистәрен белдергән хаттары ауылдың башҡа кешеһенең ҡулына эләгер тип ҡурҡа. Ғорурлығы ла еңгәндер. Был ваҡытта инде ул юғары уҡыу йортон тамамлап, республиканың ҙур предприятиеларының береһендә абруй яулап өлгөргән белгес була.

Мансурҙың өйләнеүен бик ауыр кисерә ул. Хатта дауаханала ятып сығырға тура килә. Ауылына ҡайтып, бөтәһен дә пыран-заран килтергеһе килгән ваҡыттарҙы күп кисерә ул. Тик ғәрлек тойғоһо ла, һөйөү, нәфрәт хисе кеүек, бик көслө була. Урланған ҡыҙ – хурланған ҡыҙ, исеме сыҡҡас, уныһынан да бигерәк, бөтә ауылдаштары алдында атай-әсәһенең йөҙөнә оят килтергәне өсөн, тыуған ауылына ҡайтырға ла выждан ғазабы кисерә ул. Атаһының түшәктә ятҡанын ишеткәс кенә тыуған тупһаһына ҡайтып йығыла. Ҡәҙерлеһенең ауыр сиргә юлығыуында үҙе ғәйепле икәнлеген күңеле менән тоя. Киң яурынлы, ғорур ҡарашлы атаһының ҡартайып, бәләкәсәйеп, ҡураныс ҡына булып ҡалған кәүҙәһен ҡосаҡлап, үкһеп илап, кисереүен һорай. Быға тиклем ауыҙ асып һүҙ әйтә алмаған атаһы, ҡыҙының сәсенән һыйпап, әсәйеңде ташлама, тигән һүҙҙе әйтә.

Ҡәбер ҡаҙышҡан ауыл ирҙәре араһында Мансурҙы күрергә өмөтләнә ҡыҙ. Тик уның колхоз аҙбары артында лаяҡыл иҫереп аунап ятыуы тураһында ишетә. Зарифа атаһын юғалтыу ҡайғыһын да, ғорурлыҡ, ғәрлек, намыҫ тигән төшөнсәләрҙе лә онотоп, шунда йүгерә. Баҫма аша сыҡҡан ваҡытта йылғаға ҡолап төшкәс кенә иҫе-аҡылына килә һәм кире өйөнә атлыға. Ауылдаштары, әлбиттә, ҡыҙҙың был күңел кисерештәрен атаһын юғалтыу менән бәйләй, иҫерек Мансур янына ашҡынғанын берәү ҙә аңғармай...

-Шулай, бөтә ғүмерем һары һағышта үтте. Йылдар үтте, Мансурҙың бер ҡасан да минеке булмағанын аҡылым менән аңлаһам да, уны көттөм. Сәскә сал ингәндә лә көттөм. Күңел һағыштарымды баҫыр өсөн бөтә булмышымды эшкә арнаным, эш менән баҫтым. Шулай ярты быуат ваҡыт үтте.

-Әле лә һағынаһығыҙмы Мансурҙы?- тип һорарға баҙнат иттем.

-Уны түгел, уға булған һөйөүемде һағынам, - тип матур итеп йылмайҙы. -Урланған ҡыҙ исемен күтәрһәм дә, уның менән бер тапҡыр ҙа үбешкәнем дә булманы бит хатта. Йыл буйы яратышып йөрөнөк, әммә бөтә яҡынлығыбыҙ етәкләшеүҙән ары китмәне. Уны төшөмдә күрмәгән ваҡыт бик һирәк. Тәүге һөйөү ипкенен һаман тойоп, ялҡынында янып уянам. Йә мин туй күлдәгендә, йә Мансур менән икәү пар аттарҙа еләбеҙ. Бөгәсә төшөмдә икәүләп аҡ сымылдыҡта ятабыҙ, имеш...

Кейәүгә бер тапҡыр ҙа сыҡманығыҙмы тигән һорауҙы биргем килә, тик нисектер тел әйләнмәй. Уйымды һиҙгән кеүек:

-Бөтә нәмәнән мөхәббәтте өҫтөн ҡуйып яңылыштым. Атай-әсәйемдең ышанысын аҡламай, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтергәнем, өйләнергә килгән күрше ауыл егетен рәнйеткәнем өсөн ҙур хаҡ түләнем. Ғүмерем яңғыҙлыҡта үтте. Хис-тойғоға түгел, аҡылға таянырға кәрәк был тормошта. Тойғолар, эмоциялар үтә лә китә.

-Һеҙҙең тойғолар үтмәгән бит.

-Кешегә тойоу, һиҙеү һәләте бер төрлө бирелмәй. Мәҫәлән, кемдеңдер еҫ йәки тәм һиҙеү тойғоһо үҫешмәгән була. Кемдеңдер күреү, ишетеү һәләте кәмерәк. Һөйөү хисе лә шулай. Кемгәлер бирелмәй, кемгәлер самалап бирелә. Миндә иһә мөхәббәт тойғоһо артыҡ күп булғандыр...