ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
10 Ноябрь 2019, 20:28

Рәйес Түләк шиғырҙары

Аймылышҡанбыҙҙыр... Беҙ, моғайын, аймылышҡанбыҙҙыр, Әле күптән, йәшлек таңында. Мин иртәнсәк ат һуғарғанымда, Ә һин һыуға барған сағыңда.

Аймылышҡанбыҙҙыр...


Беҙ, моғайын, аймылышҡанбыҙҙыр,

Әле күптән, йәшлек таңында.

Мин иртәнсәк ат һуғарғанымда,

Ә һин һыуға барған сағыңда.


Беҙ, моғайын аймылышҡанбыҙҙыр,

Әле күптән, йәшлек таңында.

Моғайын да, Өфө юлдарында,

Барғанһыңдыр күрше вагонда.


Беҙ, моғайын, аймылышҡанбыҙҙыр,

Бөгөн килеп шуны аңланым.

Мин бит хатта күрҙем һине бер көн,

Өндәшергә өлгөрә алманым.


Аймылышҡанбыҙҙыр. Тик ҡабаттан

Осрашырлыҡ бер яй сығырмы?..

Моғайын да, һин дә мине һағынып,

Уҡыйһыңдыр ошо шиғырҙы.
*******

Белмәй инем бындай бүлмәләрҙе,

Әллә нисек сәйер был бүлмә.

Был бүлмәлә ваҡыт һин булған саҡ,

Һин булмаған саҡҡа бүленә.


Һин булғанда сәғәттәр ҙә йор, сос,

Төҫө лә бар, хатта көйө лә.

Һин булмаһаң, минуттар ҙа үтмәй,

Йөрәгемә килеп төйөлә.


... Был һүҙҙәрҙе ситтәр уҡымаһын...

Һине, мине... һәм эш бүлмәһен...

Фәрештәләр генә белһә белһен,

Был хәлдәрҙе иблис белмәһен.


*******

Мең дә икенсе кис...

Әй ул дәүер

Кеше ғүмерендә -

Ҡабатланмаҫ "мең дә бер кисә".

Һәм һәр кем дә

"Мең дә бер кисә"нән

Был тормошҡа күсә шул, күсә.


Әкиәттәр кеүек татлы дәүер.

Ә һуң тормош әкиәт ишеме?! —

Мең дә икенсе кис булып, ана,

Ҡосағына ала кешене...


Рәйес Түләк


Читайте нас: