ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
10 Ноябрь 2019, 19:16

УҪАЛ БУЛМА. БӘХЕТЛЕ БУЛ!

Бер көн ҡыҙым һорай ҡуйҙы: «Әсәй, ни эшләп кешеләр уҫал була ул?» Баламдың ҡапылғара биргән һорауы алдында башта баҙап ҡалдым. Ерле-юҡҡа бирмәйҙер был һорауын, берәйһе күңелен китерлек һүҙ әйттеме лә, башҡа төрлө насарлыҡ ҡылдымы әллә?

Бер көн ҡыҙым һорай ҡуйҙы: «Әсәй, ни эшләп кешеләр уҫал була ул?» Баламдың ҡапылғара биргән һорауы алдында башта баҙап ҡалдым. Ерле-юҡҡа бирмәйҙер был һорауын, берәйһе күңелен китерлек һүҙ әйттеме лә, башҡа төрлө насарлыҡ ҡылдымы әллә?
“Бары тик бәхетһеҙ кешеләр генә уҫал була ул”,- тинем балама. Ысынлап та, сиратта торғанда, транспортта һәм башҡа урында берәйһенең ғауғалап маташҡанын, ҡысҡырып-екеренгәнен күрһәм, үҙем шундай һығымтаға киләм. Ғөмүмән, тормоштан, үҙ-үҙенән ҡәнәғәт булмағандар тауыш сығара, кемделер рәнйетергә, түбәнһетергә маташа. Улар бер ҡасан да кеше күңелен аңламай, сөнки үҙ күңелдәре урынында түгел, тормош менән гармония урынлаштыра алмағандар. Тап шундайҙар бәхетле, уңышлы кешеләргә һоҡланып түгел, ә, киреһенсә, асыуланып, көнләшеп ҡарай.
Арабыҙҙа етерлек инде ул уҫал кешеләр. Әммә мин уларға асыуланып түгел, ә йәлләп ҡарайым. Үҙемә насарлыҡ эшләһәләр ҙә, ихласлыҡ, алсаҡлыҡ менән яуап бирергә тырышам, сөнки улар былай ҙа китек күңелле, бәхетһеҙҙәр бит. Ә ҡараңғылыҡты иһә бары тик яҡтылыҡ ҡына еңә ала.
Башҡалар хаҡында ғәйбәт һөйләп, уларҙың тормоштарына ҡыҫылып йәшәгәндәр ҙә шулар рәтендә. Күңеле бөтөн, тормошонан ҡәнәғәт кеше бөтөнләй башҡа көйләнештә була, ул әйләнә-тирәһенә яратып баға, һөйөүен, наҙын бүлешергә ашыға, йөҙөнән йылмайыу китмәй, бар донъяны ҡосоп алырҙай булып йәшәй. Ундайҙар янында башҡаларға ла йылы, рәхәт.
«Ә анау апай ҙур өйҙә йәшәй, һәйбәт урында эшләй, ә үҙе уҫал...”- ҡыҙым менән һөйләшеү дауам итә.
“Тимәк, - тим,- ул барыбер үҙенсә бәхетһеҙ...” Сөнки бәхет төшөнсәһе күп осраҡта матди байлыҡҡа түгел, ә күңел байлығына бәйле. Бәлки уның берәй бик ҙур хыялы тормошҡа ашмай ҡалғандыр ҙа, ғүмерлек үкенесенә әйләнгәндер. Яҡшы урында эшләү ҙә күп осраҡта үҙ урыныңда эшләүҙе аңлатмай. Хан һарайындай йорттарҙа ла бәхетһеҙ яҙмыштар булыуы ихтимал.
Тағы ла шуны күҙәткәнем бар: ғаиләһендә ата-әсә һөйөүе күрмәгәндәр тормошта уҫал, ҡаты була. Гел әрләнеп, туҡмалып йәшәгәндәр үҙҙәре лә киләсәктә шуны уҡ ҡабатлай башлай. Шуға күрә, ҡайһылай уҫал кеше, тигәнде ишетһәм, бәхетһеҙ, тип өҫтәп ҡуям.
Тормош булғас, кешенең төрлө сағы була: йә кәйефе юҡ, йә сирләп тора. Ундай мәлдәрҙә ҡатыраҡ ҡыланып, асыуланып ташлауҙан беребеҙ ҙә азат түгел, әлбиттә. Тик минең һүҙем улар хаҡында түгел, ә ғүмере буйы һөмһөрө ҡойолоп, ерле-юҡҡа асыуланып, әсе теле менән бүтәндәр күңелен яралап, ғәйбәт һөйләп, донъянан гел насарлыҡ эҙләп йәшәгәндәр хаҡында булды. Ошолайыраҡ итеп аңлатҡайным, «Аңланым, - тине ҡыҙым, - минең бер ҙә уҫал булғым килмәй...”
- Эйе, - тинем мин дә. - Үҙең менән килешеп йәшә, донъя менән гармония урынлаштыр, уйҙарыңды ыңғайға көйлә, кешеләрҙе ярат һәм...уҫал булма. Бәхетле бул!
Ошо уҡ һүҙҙәрҙе гәзит уҡыусыларға ла төбәйем. Һәм, әлбиттә, уларҙың да фекерен белгем килә: мин хаҡлымынмы, әллә башҡа төрлө хәҡиҡәт тә бармы? Әйҙәгеҙ, фекерләшәйек!
Читайте нас: