ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Ноябрь 2019, 23:42

Рәмзилә Хисаметдинова шиғырҙары

Һыныр тип тә мине көткәндәр бар,Һынмағанмын әле, һынмағанмын.Тыныр тип тә мине көткәндәр бар,Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын.

Мин - ҡатын-ҡыҙ
Һыныр тип тә мине көткәндәр бар,

Һынмағанмын әле, һынмағанмын.

Тыныр тип тә мине көткәндәр бар,

Тынмағанмын, әлдә тынмағанмын.


Тоҡандырам усаҡ - утты тотам,

Гөлдәргә һыу һибәм - дымды тотам.

Хәләл икмәгемде ҡайырып теләм,

Тыуыр балаҡайға бишек эләм.


Мин - ҡатын-ҡыҙ. Абынһам да,

Үҙ-үҙемә тотоноп туры ҡалам.

Мине һайламайҙар - мин һайлайым,

Һайлағанға йәнә тоғро ҡалам.


Эйәләштерәмен ҡырағайҙы -

Һалҡын ҡараш, ҡырыҫ холоҡтарҙы,

Ары ташлап бары ирҙәр өсөн

Ҡулай булған беше ҡороҡтарҙы.


Мин - ҡатын-ҡыҙ. Күптәр түгел,-

Берәү һынар минең атҡарғанды.

Күңел күҙе менән күреп таныр

Тыштан түгел, эстән яҡтырғанды.


*******

Һөйгәндәр
Һөйгәндәр хыянат итә -

Һөйгәндәр ташлап китә,

Яҡшы-яман ҡаршыһында

Түбәнһетә, кәмһетә.


Һөйгәндәр кире киләләр -

Яңылыша һөйгәндәр.

Яҡшы - яман ҡаршыһында

Улар аҙмы түҙгәндәр!


Яҡшы - яман ҡаршыһында

Сәйер инде һөйгәндәр -

Берсә танауын сөйгәндәр,

Берсә башын эйгәндәр...


Һүҙ әйтмәгеҙ һөйгәндәргә -

Уларға һуң кем етә:

Һөйгәндәрҙе яттар түгел,

Һөйгәне ғәфү итә!


Рәмзилә Хисаметдинова
Читайте нас: