Конгэк
-20 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Ноябрь 2019, 18:56
Ғәскәров исемендәге ансамблдең юбилей концертын тура эфирҙа бөтә донъяға күрһәтәләр
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективтың 80 йыллығына арналған концерттар менән сығыш яһай.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле коллективтың 80 йыллығына арналған концерттар менән сығыш яһай.
12 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә ансамбль «Донъя халыҡтары бейеүҙәре» юбилей концерт программаһын тәҡдим итә.
Программала – коллективҡа нигеҙ һалған Фәйзи Ғәскәровтың һәм тамашасыларҙың һөйөүен яулаған донъя халыҡтары бейеүҙәре. Тамашасыларға шулай уҡ 2019 йылғы премьера — «Русь» композицияһы күрһәтелә.
«Концертты донъяның интернет булған теләһә ҡайһы мөйөшөндә ҡарарға мөмкин, концерт
ютубтың рәсми каналында
һәм Бәйләнештә трансляциялана», — тип хәбәр иттеләр коллективтың матбуғат хеҙмәтенән.
Тантаналы юбилей концерты 13 декабрҙә киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. 80 йыллыҡҡа бағышланған концерттарҙың һуңғыһы 20 апрелдә Йәштәр һарайында уҙа.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит