ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Ноябрь 2019, 00:40

Зөлфиә Ханнанова шиғырҙары

МЕҢ ҺОРАУ Төңөлөрҙәй сағым була –Сабыр итәм.Сабырлыҡтан әллә ниҙәрТабыр итәм.Янам, бешәм, ҡабат өрөпҠабыр итәм.Боҙ өҫтөндә ҡайнар усаҡЯғыр итәм.Күңелдәге боҙҙар ирепАғыр микән?Йөрәк һәр саҡ шулай әрнепҠағыр микән?Китеп барһам, күҙемде улЯбыр микән?Минең кеүек тоғро йәндеТабыр микән?!Сабыр итәм…

Төңөлөрҙәй сағым була –

Сабыр итәм.

Сабырлыҡтан әллә ниҙәр

Табыр итәм.

Янам, бешәм, ҡабат өрөп

Ҡабыр итәм.

Боҙ өҫтөндә ҡайнар усаҡ

Яғыр итәм.

Күңелдәге боҙҙар иреп

Ағыр микән?

Йөрәк һәр саҡ шулай әрнеп

Ҡағыр микән?

Китеп барһам, күҙемде ул

Ябыр микән?

Минең кеүек тоғро йәнде

Табыр микән?!

Сабыр итәм…


*******

Беҙ икәүгә сүп өйәләр –

Йыйылғандыр сүмәлә,

Таҙарыныр өсөн хатта

Ярҙам итмәҫ өмә лә.

Ә бит донъя шундай фани!

Күпме генә түбәлә,

Тигеҙләй ул барыһын да

Ҡара ергә күмә лә...

Беҙ икәүгә сүп өйәләр,

Таҙарыныу – мең бәлә.

Турайығыҙ, ҡалҡығыҙ, тип,

Минең кеүек балҡығыҙ, тип,

Ҡояш көлә түбәлә.


*******

Аралар бикләнде,

Юлдарым – өҙәрем.

Нисек һин түҙерһең,

Нисек мин түҙәрем?!


Аралар бикләнде

Ерҙән дә, күктән дә.

Хаҡ юлды тапмайса

Аҙашыр күп бәндә…


Мин һине табырмын!

Һуҡмағым икенсе.

Сәләмем еткерер

Таңғы ел – үткенсе.


Уйҙа һәм хыялда,

Төнөн һәм көндә лә

Доғалар юллармын

Төштә лә өндә лә.


Юл булыр ап-асыҡ,

Һин көслө – һиҙерһең!

Мин нисек түҙәйем,

Һин нисек түҙерһең…
Читайте нас: