Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
17 Ноябрь 2019, 20:03

Лариса Абдуллина шиғырҙары

МИН - ҠАТЫН-ҠЫҘМин - сәңгелдәк. ЙөрәгемдәБәпесемде бәүелтәм.Әле хыялда тирбәләм,Сабыйым бәү-бәү итә.

МИН - ҠАТЫН-ҠЫҘ
Мин - сәңгелдәк. Йөрәгемдә
Бәпесемде бәүелтәм.
Әле хыялда тирбәләм,
Сабыйым бәү-бәү итә.
Мин - ҡәлғә. Минең эсемдә
Һаҡлана бауыр итем.
Миңә ҡурсалау, яҡлау хас
Ҡурҡыу, албырғау - ситен.
Мин - һандыҡ. Бер ҙур серем бар:
Миндә йоҡлай киләсәк.
Мәле еткәс серем серен
Барығыҙ ҙа беләсәк.
Мин - бөгөнгө һәм киләсәк -
Икеһе лә бер тәндә.
Быуын сылбыры - кендектә
Тоташҡан беҙҙең йәндәр.
Мин - ҡапҡа. Минән башлана
Донъяның киләсәге.
Мин беләм фатихам менән
Ул алға еләсәген!
Мин - ҡатын-ҡыҙ!
*******
АРА
Ят бер ҡала. Һүрән генә уттар.
Машиналар уҙа өҙлөкһөҙ.
Ҡыйыҡтарҙан торбаларға күсеп,
Күңелдәргә ятып үкһей көҙ.
Трамвай- ғәләмәттәр туҡтаған ул,
Метроға ла инде һуңланым.
Һуңғы тапҡыр тим дә... Ҡабат арта
Һиңә иткән сәфәр, юл һаны.
Сәстәреңдең еҫен тоям тиеп,
Бергә бағам тиеп йондоҙға,
Ҡаршы ҡуйып бөтә бөгөнгөмдө -
Мин бит барам ошо аҙымға.
Хушлашабыҙ...
Һәм нимәһе ҡыҙыҡ
"Ҡайтам!.." - тиеп тороп ҡалаһың.
Усҡа һалып алып китке килә
Һине йотҡан урыҫ ҡалаһын.
Мәңге шулай ҡабатланыр кеүек,
Сиге булмаҫ кеүек сәфәрҙең.
Тороп ҡал, тип үҙең әйтәлмәйһең,
Үҙкәйеңдән үҙең ебәрҙең...
Лариса АБДУЛЛИНА.
Читайте нас: