Кандидаттарҙы киң мәғлүмәт саралары коллективы, мәҙәниәт бүлеге, мәғариф идаралығы, ауыл биләмәләре советтары, йәмәғәт ойошмалары күрһәтә. Комиссияға премия биреү тураһында үтенес ҡағыҙы (ходатайство) менән ултырыштың протоколы, дәғүә итеүсенең ҡаҙаныштары тураһында һөйләгән материалдар тапшырырға кәрәк. Тәҡдимдәр иғлан гәзиттә баҫылып сыҡҡандан һуң бер ай ҡабул ителә.