ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
19 Ноябрь 2019, 19:16

Гөлнур Яҡупова шиғырҙары

ҠЫРҠ СЫРАҠ Тағы нисек hиңә ярарға? Тағы ниндәй булып ҡарарға?! Сәсем менән мин ер hеперҙем, Ғорурлығым аша hикерҙем...

ҠЫРҠ СЫРАҠ

Тағы нисек hиңә ярарға?

Тағы ниндәй булып ҡарарға?!

Сәсем менән мин ер hеперҙем,

Ғорурлығым аша hикерҙем...


Ҡатын ғүмере, тиҙәр, ҡырҡ сыраҡ,

Барҙыр микән тағы ҡырҡ сарам?


Йылытырға hалҡын донъяңды,

Усағыңа яҡтым үҙемде –

Ҡайҙан алдым утта түҙемде,

Ҡарайтмайса ҡалдым йөҙөмдө.


Төҫөм төҫ тә минең, буйым буй,

Яратмаhаң, өҙөп әйт тә ҡуй!


Алтын хистәремдең буталы

Селпәрәмә – сүпкә буталды...

Тағы нисек hиңә ярарға?

Тағы ниндәй булып ҡарарға?!


Ҡатын ғүмере булғас ҡырҡ сыраҡ,

Утыҙ туғыҙ hынғас, ҡысҡырам!


*********

ИКЕЛӘНЕҮ

Мин,моғайын,–

Гонаһалы ҡатын.

Хоҙайымды хатта алданым:

Йәр һөймәм, тип, бүтән,

Әйткәйнем дә,

Их, һөйҙөм шул,

Тыйыла алманым.


Әй, Хоҙайым!

Ғәфү итерһең бит?

Сығарып ҡуйғас үҙең юлыма

Ҡотло ғына,

Кескәй бер бәхетте –

Инселәп үк биргәс ҡулыма?


Мәрхәмәткә һинең инанамын.

Әҙәм бына мине нишләтер?

О, ул инде, беләм,

Ярлыҡамаҫ,

Өҫтәп һөйләр,

Берҙе биш итер.


Йәр һөйөүме инде хур ғәҙәт?

Йәр һөймәүме инде ҙур әҙәп?

Әй,Хоҙайым!

Кисер...

Бәғзе мәлдә

Мөхәббәткә ҡылһам ғибәҙәт.


*********

Й Ө Й

Асыу алдан,

Аҡыл арттан…

Йөрәкте яраланың.

Телгеләп үҙ йөрәгеңде

Ярама ямау һалдың.

Уңалды ла...

Тик ниңәлер

Күңелде көйөк алды:

Икебеҙҙең дә йөрәктә

Йөй ҡалды бит!

Йөй ҡалды….


Гөлнур ЯҠУПОВА.
Читайте нас: