ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
21 Ноябрь 2019, 01:01

ДӨРӨҪЛӨК ЭҘЛӘГӘНДӘ (Ҡыҫҡа хикәйә)

Ниһәйәт, уның эҙләнеүҙәре төпкөл, ташландыҡ бер ауылда тамамланды. Иҫкереп бөткән йортта, усаҡ алдында Дөрөҫлөк ултыра ине.

Ниһәйәт, уның эҙләнеүҙәре төпкөл, ташландыҡ бер ауылда тамамланды. Иҫкереп бөткән йортта, усаҡ алдында Дөрөҫлөк ултыра ине.

Бығаса уның был тиклем дә ҡарт һәм йәмһеҙ ҡатынды күргәне булманы.

- Һеҙ Дөрөҫлөкмө?

Ҡарсыҡтың сырышҡан йөҙөндә тантаналы йылмайыу хасил булды.

- Мин донъяға ниндәй хәбәр еткерергә тейешмен һуң?

Утҡа сыртлатып төкөргәндән һуң, ҡарсыҡ телгә килде:

- Мине йәш һәм сибәр, тиерһең!


Роберт Томпкинс

Лена ХӘЙРУЛЛИНА тәржемәһе.
Читайте нас: