Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
22 Ноябрь 2019, 01:45
Көлөп алайыҡ!
Ҡатын минән айырылғас,Бирҙе ярты машина.Сығып киттем ғорур атлап,Төкөр, тиеп башына.
Ҡатын минән айырылғас,
Бирҙе ярты машина.
Сығып киттем ғорур атлап,
Төкөр, тиеп башына.
Минең бисә бигерәк уҫал,
Ҡысҡырынды, ҡоторҙо.
Мыҫҡыл итеп, машинаның
Артҡы яғын тотторҙо.
Был хәлдән һуң бер-ике көн
Яндым, көйҙөм, ҡайғырҙым.
Өсөнсө көн машинама
Еткем ҡара айғырҙы.
Ат - машинама ултырып,
Урамды бер буйланым.
Ҡатын күреп ҡалһа, бәлки,
Йәлләр, тиеп уйланым.
Күрше әйтте: "Эй, дуҫҡайым,
Эштәрең һинең харап.
Ултырма эт киҫкәһенә
Көндәр буйына ҡарап.
Өфөләргә барһаң әгәр
Был ҡылҡаңа ултырып,
Өр-яңы бер иномарка
Ҡайтарырҙар тоттороп".
Ошо ярты машинамды
Утилгә тапшырайым.
Урынына ялтлап торған
"Шевроле" таптырайым.
Дәүләт тағы уйлап-уйлап,
Бер закон тапһын ине.
Уҫал, яуыз ҡатындарҙы
Утилгә алһын ине.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?