ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Ноябрь 2019, 01:50

КОНКУСҠА ЙОМҒАҠ ЯҺАЛДЫ!

Донъялағы иң көслө яратыу - әсәнең балаһын яратыуылыр, моғайын. Ҡулынан килһә, ул үҙ сабыйын усына ғына йомоп, тормоштоң бар ауырлығынан, ҡайғы - хәсрәтенән, сир - сырхауҙан йолоп ҡалыр ине. Әсә кеше генә үҙ балаһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала, тиҙәр.

Донъялағы иң көслө яратыу - әсәнең балаһын яратыуылыр, моғайын. Ҡулынан килһә, ул үҙ сабыйын усына ғына йомоп, тормоштоң бар ауырлығынан, ҡайғы - хәсрәтенән, сир - сырхауҙан йолоп ҡалыр ине. Әсә кеше генә үҙ балаһы хаҡында сәғәттәр буйы һөйләй ала, тиҙәр. Ҡәҙерле кешеһенә һөйөүен, ихтирамын, рәхмәт һүҙҙәрен еткереүсе балалар ҙа бар. Тап улар беҙҙең «Объективта - ӘСӘЙ» тип аталған конкурсҡа бай йөкмәткеле хаттар яҙҙы, хистәрен шиғыр юлдарына һалып оҙатты, үҙенсәлекле фотолар ебәрҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһынан ЯРАТЫУ бөркөлә: Әсәйгә башҡа күҙ менән ҡарап та булмайҙыр...

Конкурста бик күп кеше ҡатнашты. Еңеүселәрҙең хаттары гәзит биттәрендә баҫылды. Һәр эш иғтибарға лайыҡ булһа ла, ҡайһы берҙәренең беҙ ҡуйған шарттарға тура килмәүе күңелде ҡырҙы.


Иң уңышлы тип табылған эштәр:

1. Юлиә ҠОТЛОБАЕВА (әсәһе Мөкәрәмә ҠЫРЫМСУРИНА хаҡында яҙған бай йөкмәткеле хаты һәм үҙенсәлекле фотоһы өсөн);

2. Фәнис БИКТАШЕВ (мәрхүмә әсәһе Йәмғиә БИКТАШЕВАға арнаған хат-хәтирәһе һәм фото өсөн);

3. Илшат ӘЛИМҒОЛОВ (әсәһе Резеда ӘЛИМҒОЛОВАны төрлө яҡлап асҡан хаты һәм фотоһы өсөн).

Конкурста ҡатнашҡан дуҫтарыбыҙҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ!
Читайте нас: