ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Ноябрь 2019, 19:50

Тамара Искәндәриә шиғырҙары

ҺАҒЫНДЫРА АТАЙ ҺҮҘЕ Булды инде бөтәһе лә: Үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа, Аллаһыҙ тороуҙар ҙа, Албырғап ҡалыуҙар ҙа...

ҺАҒЫНДЫРА АТАЙ ҺҮҘЕ
Булды инде бөтәһе лә:
Үҙгәртеп ҡороуҙар ҙа,
Аллаһыҙ тороуҙар ҙа,
Албырғап ҡалыуҙар ҙа...
Нисек үҙгәртеп ҡораһың
Серек һалам кәбәнде?
Һәнәгеңә эләкмәй ҙә,
Ҡаҙап алһаң кәбәкте.
Яңы ғына һипләгән йорт
Нигеҙе бөткән сереп.
Хәҙер тағы уйға ҡалдыҡ:
Кәрәк инеме ирек?
Һағындыра атай һүҙе,
Атайҙың йор аҡылы:
Буйға һалмаҫ быуын үҫә
Ятҡандарҙы арҡылы.
Арҡыс-торҡос ятҡандарҙы,
Арҡылыны һалып буй,
Йыйыштырһаҡ торор ерҙе,
Тыуыр, бәлки, башта уй –
Артабан ҡайҙа атларға,
Төҙөп ҡуйырға ниҙәр?
Моғайын, бары шул саҡта
Дәрт-дарман йәнде биҙәр?!
**********
ӘСӘЙҘӘР КИТӘ...
Әсәйҙәр китә шишмәгә,
Шишмәләр юлы йыраҡ.
Иңендә — һыулы көйәнтә,
Өлтөрәп ҡайтыр урап.
Әсәйҙәр китә башаҡҡа,
Баҫыуҙар юлы йыраҡ.
Иңендә — ил хәсрәттәре,
Ҡулында булыр ураҡ.
Әсәйҙәр китә урманға,
Урмандар юлы йыраҡ.
Иңендә — еләкле күнәк...
...Еләктәй ғүмер юрап,
Әсәйҙәр ҡала ауылда.
Әсәйгә юлдар йыраҡ.
Ҡайтып етер һуҡмаҡтарҙы
Бурандар һала бурап.
Әсәйҙәр китә
Донъянан,
Әсәйҙәр юлы йыраҡ.
Мәңгелектең аръяғына,
Именлек беҙгә һорап,
Әсәйҙәр китә...
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
Читайте нас: