ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Ноябрь 2019, 14:18

Ысын дуҫтар

- Һаумы, дуҫҡай! Хәлдәр нисек? - Хәл белешә дуҫ-иштәр. Бер-береңә ярҙам итеп Йәшәү кәрәк, иптәштәр! “Иптәш” һүҙе яҡын ине, Әйтә инек һәр кемгә.

- Һаумы, дуҫҡай! Хәлдәр нисек? -
Хәл белешә дуҫ-иштәр.
Бер-береңә ярҙам итеп
Йәшәү кәрәк, иптәштәр!
“Иптәш” һүҙе яҡын ине,
Әйтә инек һәр кемгә.
Хәҙер күстек әфәндегә,
Ҡарап кеше хәленә.
Һәр байрамды, тыуған көндө
Көтөп-көтөп алабыҙ.
Осрашыуҙан, күрешеүҙән,
Оло шатлыҡ табабыҙ.
Бер-береңде маҡтай-маҡтай,
Таралабыҙ туғандар.
Ситтән берәү ҡарап әйтер:
“Бер әсәнән тыуғандар”.
Бер-береңдең хәлен белеп,
Бер туғандай йәшәйбеҙ.
Көн дә күрешмәһәк тә,
Бер тирәлә эшләйбеҙ.
Инде көндәрҙең бер(е)һендә
Туғандар ҡәҙере бөттө.
Ни сәбәпле, тип һораһаң,
Бер дуҫ эшенән китте.
Башҡа дуҫтар эштә йөрөй,
Быныһы өйҙә ята.
Көндә тегеләрен уйлап,
Сәләм-хәбәрҙәр көтә.
Туҡ әҙәм асты аңламай,
Шундай мәҡәл бар беҙҙә.
Эшенән ул ҡолаҡ ҡаҡҡас,
Иҫкә алмайҙар бер ҙә!
Эштән китһәң, шулай була –
Һиңә бер кем ҡарамай.
Ҡайһылары күкрәк киреп,
Кешегә лә һанамай.
Вазифалы булған саҡта
Һин бөтәһенә кәрәк.
Туған-дуҫтар алдында
Булып тораһың терәк.
Саҡрым аша һине күреп,
Хәл-әхүәлде һораша.
Эштән сыҡҡанды белһәләр,
Үҙгәрә хәл-торошо.
Шулай итеп ваҡыт үтә,
Ғүмер уҙа ла уҙа.
Кейгән кейем-һалым кеүек
Инде кеше лә туҙа.
Ер шары бит түп-түңәрәк,
Бөтә нәмә әйләнә.
Бер ҡыйындың бер рәхәте,
Тормош шуға бәйләнә.
Шун(ы)һы ҡыҙыҡ: ваҡыт үткәс
Дуҫ-иштәр ҙә үҙгәрә.
Әгәр эшкә кире сыҡһаң,
Тап кирегә әйләнә.
Әллә ҡайҙан һине күреп,
Хәл-әхүәлде һораша.
Төлкө кеүек күҙ ҙә йоммай
Алдашырға тырыша.
Дуҫ иштәрәг ҡушылып,
Туғандар “арта” бара.
Һүҙҙәремә ышанмаһаң,
Эшеңде ташлап ҡара.
- Эх, дуҫҡайҙар! Һеҙгә әйтәм:
Намыҫлыны танығыҙ,
Донъяла ниҙәр булһа ла,
Кеше булып ҡалығыҙ!
Мират РЫҪҠОЛОВ, Мотай ауылы.
Читайте нас: