ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Ноябрь 2019, 19:37

Алтын ялатылған ҡалаҡтар

Ҡаты һыуыҡ булмаһа ла, мамыҡ башлығын күҙенә үк төшөрөп, туны яғаһын күтәреп кейгән был ҡатындың, иғтибарлап ҡараһаң, кемдәндер ҡасҡанын, йәшенгәнен аңлауы ҡыйын түгел.

Ҡаты һыуыҡ булмаһа ла, мамыҡ башлығын күҙенә үк төшөрөп, туны яғаһын күтәреп кейгән был ҡатындың, иғтибарлап ҡараһаң, кемдәндер ҡасҡанын, йәшенгәнен аңлауы ҡыйын түгел. Бына әле лә көнө буйы шаҡ-шоҡ килгән подъездың тимер ишеген башҡалар ишетмәһен тигәндәй, ипле генә ябып, бөтә торош-ҡиәфәте менән нимәлер урлап ҡасып барған кеүек китеп барыуы. Был халәте уның күптән түгел, күршеләренә яңы йәш ғаилә күсеп килгәс кенә башланды.

Ни эшләптер Әҡлимә ошо аҡыллы ғына күренгән йәш күршеһе менән осрашмаҫҡа тырыша. Кәрәккән-кәрәкмәгәнгә ҡыҫылып, үҙенә артыҡ ҡыҙыҡыһыныу күрһәтеп тә бармай, әммә уның үткер ҡарашынан бер нәмә лә йәшерә алмаҫ кеүек. Тик нимәне? Ҡатын үҙе лә аңламай. Кешенән ҡасырлыҡ, ҡурҡырлыҡ бер ҡырын эш тә ҡылғаны юҡ та баһа.

Атаһының әйткән һүҙҙәре иҫенә төштө: “Тормошта ике нәмәнән ҡурҡ: көлкө хәленә ҡалыуҙан һәм һине ҡыҙғаныу-йәлләүҙән”.

Үҙе лә һиҙмәҫтән, Әҡлимә яурынын турайтты, башлығын маңлайына һыпырҙы, яғаларын төшөрҙө. Магазинға барып әйләнгәнсе ошо хәлдә булды ул. Тик үҙе йәшәгән йорт ихатаһына етеү менән йәнә яурыны төштө, ҡарашы аяҡ осона текәлде. Әммә теге яңы күршеһе менән осрашыуҙан барыбер ҡаса алманы. Уныһы ипле генә иҫәнләште, әллә ғәйепле кешеләй йылмайҙы ла инде. Әҡлимәгә был оҡшаманы. “Ниңә мине шул тиклем йәлләп ҡарай ул? Был донъяла бер мин генә яңғыҙ түгел дә инде, - тип йәне көйҙө. - Минең йәшкә ет әле, яңғыҙлыҡ анатомияһын һин дә белерһең, өйрәнерһең. Һинең йәштә мин дә яңғыҙ түгел инем. Ҡояш та, ай ҙа тик минең һәм уның өсөн генә ҡалҡҡан, ҡоштар тик беҙҙең өсөн һайраған һымаҡ ине. Тойғолар океанында йөҙгәндә аҡылды - компас, ә ялҡынлы мөхәбәтебеҙҙе елкән иттек”. Шулай иҫтәлектәргә бирелә-бирелә күтәрелде ул.

Тик Әҡлимәнең күршеһенә булған үпкәһе оҙаҡҡа барманы. Фатирына инеп, ишек алдындағы көҙгөгә күҙ һалыу менән күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Ысынлап та ҡыҙғанырлыҡ шул хәле – ғүмере үкенесле булды.

Ғаиләлә бер үҙе үҫкәнгәме, Әҡлимә бәләкәй саҡтан күп бала тураһында хыялланды. Кейәүгә сыҡмаҫ борон уҡ тыуасаҡ балаларына исем һайлап, татыу ҙур ғаилә тураһында хискә бирелә ине. Тик ниңәлер тормошо баш түбән килде лә сыҡты. Боронғолар, алдан хыялланырға, план ҡорорға ярамай, ти ҙә һуң, тик нисек хыялланмай йәшәргә була һуң?! Бер уйлаһаң, Әҡлимәнең бөтә тормошо тик хыялдан ғына ҡоролғайны түгелме? Ә үҙе хыялдарына ҡапма-ҡаршы тормошта йәшәне.

Яратышып ҡауышып, гөрләп үткән туйҙың икенсе көнөндә үк һөйгәне үҙ ағаһынан көнләшеп, йәш кәләште ғәм халыҡ алдында һуғып осорғас, ғорур, унан да бигерәк тәкәббер холоҡло атаһы ике яҡтың да ай-вайына ҡарамай, кейәүен, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын ҡыуҙы ла ҡайтарҙы. Туғыҙ айҙан һуң тыуған ейәне лә кейәүенә булған мөнәсәбәтен үҙгәртмәне. Ҡырыҫ холоҡло атаһы, уны тупһаһынан аша атлатманы. Бер баланы өсәүләп ҡарарбыҙ әле тип әйткәнен, башҡа кейәү тип ауыҙыңды асаһы булма, тип аңланы.

- Һаҡ һәм һалҡын ҡанлы бул. Ҡайнар йөрәккә ҡарағанда һалҡын аҡыл мөһимерәк, - тип өйрәтте ул ейәнен дә.

Атаһы әйткәнгә йә баш ҡағып, йә өндәшмәй генә ризалашҡан әсәһе генә:

-Көт, балам, көт... Бәхет көткән кешегә килә ул, - тип ҡолағына шыбырҙар ине. Шулай уның барса ғүмере көтөү менән үтте лә китте.

Хаҡлы ялға сығып, атаһы менән әсәһе ҡалаға күсеп килгәс, Әҡлимә дөйөм ятаҡтан бүлмәһен тапшырып, улар янына күсә. Олатаһы менән өләсәһенең наҙы артығыраҡ булдымы - Әҡлимәнең улы иркә, үҙ һүҙле, эгоист булып үҫә. Техникум дипломын алып ҡайтҡандың икенсе көнөнә үк өс туған ағаһы менән сит тарафтарға эшкә юллана. Армияға ла эшләгән еренән юллана, хеҙмәт итеп бөткәс тә ҡайтырға ашыҡмай. Өйләнеүе тураһында ла, балаһы тыуыуы хаҡында ла телефондан ғына хәбәр итә.

Ғүмеренең заяға үтеүен әсәһе-атаһы бер-бер артлы гүр эйәһе булғас ҡына аңлай Әҡлимә. Хәҙер бына нисәмә ҡышты бер үҙе үткәрә. Шулай ҙа байрам һайын мул табын әҙерләй. Туйға төшкән бүләкте - алтын ялатылған ҡалаҡтарҙы ла теҙеп һалырға онотмай. Тик уларға үҙенән башҡа бер кем дә ҡағылғаны юҡ. Атай-әсәһе иҫән саҡта ҡалаҡтарҙы сығарырға ҡурҡты. Ниңәлер ошо ҡалаҡтарҙы өҫтәлгә һалһа, күңелендәге серен - ғаиләле булып, ир ҡатыны булып, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеһе килеүен атаһы белер төҫлө тойолдо. Ейәнсәренә ете йәш тулғас, юл ыңғайы ғына һуғылған улына бүләк итергә уйлағайны, кире уйланы. Иң ҡәҙерле әйберенән, хыялынан, өмөтөнән мәхрүм ҡалыр төҫлө ине. Ана әле лә байрам табыны әҙер. Тәрилкәләр тирәләй, ҡалаҡтарҙы ғына теҙәһе ҡалды. Гөлсәсәк, Азамат, Йыһанур, Айһылыу, Нурсилә... Әҡлимә ҡурҡып иҙәнгә ултырҙы. Ҡалаҡтарға исем ҡуша башланы түгелме? Нисәмә тиҫтә йылдар күңелендә һаҡлаған исемдәрҙе ҡабатлай бит уның ирендәре!..

Шул саҡ теге йәш, матур, үткер ҡарашлы күршеһенең ишек асҡаны ишетелде. Әҡлимә һикереп торҙо ла, алтын ялатылған ҡалаҡтарҙы матур ҡабына теҙҙе һәм күршеһенә бүләк итергә ашыҡты.

Күршеһе ғүмер буйы зарығып көткән ғәзиз кешеһенең кесе ҡыҙы Нурсилә икәнлеген белмәй ине әле...
Читайте нас: