Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
2 Декабрь 2019, 01:04
Йомабикә Ильясова шиғырҙары
Кеше риза бөтә донъя буйлапЯратҡанын эҙләп китергә.Йәки өмөтләнеп килеренәТоғро йәрҙәр кеүек көтөргә.
Кеше риза бөтә донъя буйлап
Яратҡанын эҙләп китергә.
Йәки өмөтләнеп килеренә
Тоғро йәрҙәр кеүек көтөргә.
Яңғыҙ ғына йылдар оҙатырға,
Яңыларын ҡаршы алырға,
Хыялдағы изге һөйөүенә
Табынырға, тоғро ҡалырға.
Осратырын белһә.. Тик ул белмәй,
Көтә бары көтә алғанса.
Аҙашып йөрөй ерҙә күпме кеше,
Бер-береһен таба алмайса.
***********
Тәҙрәнән ҡарай бер йондоҙ
Сағыу балҡышы менән:
«Көндәрең, – ти, – үтә төҫһөҙ,
Өлгө ал бына минән».
Йондоҙ, йондоҙ! Минең кеүек
Өҙөлһә әгәр йәнең,
Балҡып ҡына тороуыңдың
Тоймаҫ та инең йәмен.
Ә шулай ҙа рәхмәт һиңә,
Миңә лә бүлеп нурың:
«Был донъяла бәхет бар!» – тип,
Күңелгә килеп ҡундың.
Йомабикә ИЛЬЯСОВА.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты