ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
3 Декабрь 2019, 01:21

ӘЙТЕЛМӘЙ ҠАЛҒАН ӘЙТЕМДӘР

Ярата, яратмай...Яратһа ла, яратмаһа ла, аҡ сәскәгә һәләкәт.

Ярата, яратмай...Яратһа ла, яратмаһа ла, аҡ сәскәгә һәләкәт.
Тормош ҡурайһыҙ ҙа бейетә.
Бал күрмәгән бал ҡалағы ла була.
Хайуан хайуанлыҡтан сыҡмай, кеше кешелектән сыға.
Үбешеүҙән дә ауыҙ бешеүе мөмкин.
Һүҙ күтәрә алмауҙан йыш имгәнәләр.
Эскең килһә, һыу эс, иҫергең килһә,ғашиҡ бул.
Ҡаҙ ҡанатының да яҙмышы төрлөсә: берәүҙәре ҡоймаҡ майлай, икенселәре иҙән һеперә.
Ҡойроҡ болғай белһә, ишәктән йөк ташытмаҫтар ине.
Ҡул ҡулды йыуа, баш яуап бирә.


Ғәбит САДИҠОВ.
Читайте нас: