ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
4 Декабрь 2019, 22:37

Һүҙ, эш һәм ышаныс менән дә ярҙам итеп була

Кешегә ярҙам итә алһаң - ярҙам ит, әгәр мөмкинлегең юҡ икән - уның өсөн доға ҡыл, доға ҡыла белмәһәң - ул кеше тураһында яҡшы уйла! Яҡшы уйлау ҙа ҙур ярҙам, ҙур көс...

Ипләп кенә ейәнемдең комод өҫтөнә менергә тырышыуын күҙәтәм. Төрлөсә маташты ул. Бер нисә тапҡыр мәтәлләп тә барып төштө. Үрмәләй торғас тәки моратына иреште. Менеп ултырғас, ҡыуанғанын күреү үҙе бер кинәнес ине миңә. Еңел бирелмәне уға был еңеү, әлбиттә. Әммә минең дәртләндереүемде, хуплауымды күреп, сабый маҡсатынан тайпылманы.

Был ваҡиғанан үҙем өсөн ике һығымта эшләнем. Бәләкәй саҡтағы ныҡышмалылыҡ ташлап китмәһә, һәр кеше осраған һынау-ҡаршылыҡтарға бирешмәй, хыялына өлгәшер ине. Быныһы - беренсеһе.

Икенсеһе: дәртләндереүсе, хуплаусы булһа, кешегә теләһә ниндәй ҡаршылыҡты ла еңеү бер ни ҙә тормай икән!


Кешегә ярҙам итә алһаң - ярҙам ит, әгәр мөмкинлегең юҡ икән - уның өсөн доға ҡыл, доға ҡыла белмәһәң - ул кеше тураһында яҡшы уйла! Яҡшы уйлау ҙа ҙур ярҙам, ҙур көс...

(Көнсығыш халыҡ аҡылы).
Маҡсатҡа ирешеү буйынса тормош закондарының береһе: бер ишек ябылһа, уның артынса икенсеһе асыла. Тик бөтә бәләбеҙ шунда: беҙ ябыҡ ишеккә ҡарап, башҡаһы асылғанын күрмәйбеҙ.

(А.Жид).
Өмөтһөҙлөккә бирелгәндә кеше, кем ярҙам итер икән, тип уйлай. Әммә ситтән булышҡандарҙы бик оҙаҡ көтөргә тура килеүе ихтимал. Тирә-яҡтан ярҙам көтөүҙән туҡтаһаң, хәл итеү юлы үҙе табыла.

(А. Куатье).
Тәүәккәлләүҙән, батырсылыҡ итеүҙән ҡурҡмаған кешегә һәр ваҡыт осраҡ ярҙамға килә.

(С.Цвейг).
Кем ярҙам көтөп йәки үткәнен уйлап, артына күп ҡарай, эләгеп йығылыуы бар.

(П.Коэльо).
Сабыйҙарҙан беҙгә өс нәмәгә өйрәнергә була: бер ниндәй сәбәпһеҙ шатланырға, һәр ваҡыт нимә менән булһа ла шөғөлләнергә һәм һәр теләгәнгә өлгәшергә.

(М.Твен.)
Атайым, башҡаларға ярҙам итһәң, Аллаһу тәғәлә уның әжерен ике тапҡыр күберәк ҡайтара, тип өйрәтте. Шуға ла мин мохтаждарға ҡулымдан килгәнсә таяныс-терәк булдым, ә Юғары көс - миңә.

(К.Рональду).
Ҡайһы берҙә кешенең янында булыу ҙа ҙур ярҙам булыуы ихтимал.

(В.Рот).
Бүләк алыу йәки маҡтау һүҙе ишетеү өсөн ярҙам итергә кәрәкмәй. Ә башҡаса булдыра алмағаным өсөн ярҙам иттем.

(Г.Миллер).
Читайте нас: