ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
4 Декабрь 2019, 22:24

Күңел тыныслығы - иң мөһиме

Һуңғы һүҙҙәремде танышым ишеттеме-юҡмы, һаубуллашыуын белдереп, ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ышаныслы аҙымдар менән машинаһына ыңғайланы.

Байрам алды көндәре - һәр кемдең күңелле мәшәҡәтле осоро. Яҡындарға бүләк әҙерләү, табынға - һый, ҡунаҡтарға күстәнәс алыу кеүек хәстәр менән йүгергеләгән ваҡыт. Сиратта тороу күптән онотһа ла халыҡ, артыҡ ығы-зығыһыҙ ғына ҡулындағы һатып алынасаҡ әйберҙәрҙең исемлеген барлай.

Шул саҡ сираттағыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, ишекте шар асып, йылҡылдап торған ҡара төлкө тиреһенән тегелгән тун кейгән сибәр ханым килеп инде. Сираттың оҙонлоғон күреп, кире уҡталғайны, мине күреп туҡталды. Күптәнге таныштарбыҙ беҙ. Тормош иптәше менән үҙ эшен асып, тиҙ арала алып-һатыу эшенең яйына төшөнөп, киң ҡолас йәйеп эшләне лә китте юғары белемле педагог. Ең һыҙғанып эшләргә ҡала бәләкәйерәк типме, бер нисә йылдан Стәрлетамаҡҡа күскәйнеләр. Әле әсәһен күрергә, байрам менән ҡотларға килеүе икән.

Тәүҙә ул бизнес өлкәһендәге уңыш-ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Эшһөйәр, әүҙем, егәрле кешенең эше ҡайҙа ла алға бара инде: бер нисә сауҙа нөктәһе асҡан, тиҫтәнән ашыу кешегә эш урыны булдырған.

- Тик үҙебеҙҙең милләтәштәрҙе генә алдым. Улар ышаныслы. Алдашыу, мутлашыуҙы бар тип тә белмәй, - ти ул.

Аҡса кешене боҙа тиһәләр ҙә, танышымдың телһөйәр, илһөйәр булып ҡалыуы һоҡландырҙы. Бала-сағаһы имен, хәләле лә эшендә лә, өйөндә лә ярҙам итергә ашыҡынып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә - бөтәһе лә ал да гөл! Шулай ҙа бизнес-вумендың күңелен ниҙер өйкәгән кеүек, үҙен тынысһыҙ тота, һөйләгән һүҙе лә ашыҡ-бошоҡ...

- Әсәйегеҙ янында булаһығыҙҙыр әле, - тим магазиндан сыҡҡан ыңғайы.

- Дөрөҫөн әйткәндә, бер, күп тигәндә ике сәғәткә генә килдем. Бынан бер нисә йыл элек йортҡа бурҙар төшкәйне. Шунан ҡурҡып ҡалдым шикелле. Ҡот ҡойҙормайынса булмаҫ ахырыһы, - шаяртырға тырышты ул, әммә ысынтылап хафаланғаны асыҡ күренә. - Әсәйҙе генә түгел, ирҙе лә, балаларҙы ла күргән юҡ хәҙер. Һәр беребеҙ төрлө ерҙә сабабыҙ ҙа сабабыҙ. Шөкөр, теләгәнем бөтәһе лә алдыма килде: диңгеҙҙә лә ял иттем, сит илдә лә булдым, ике ҡатлы йортом да бар. Тик күңелгә нимәлер етмәй барыбер. Ҡартаям ахыры, һуңғы ваҡытта ошолай йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы тураһында уйға биреләм дә китәм...

Кинәт кенә урыҫ әҙибе Лев Толстойҙың “Ильяс”ы иҫкә төштө. Бизнес-ледиҙың ваҡыты самалы булыуға ҡарамаҫтан, уның да хәтеренә төшөрөргә маташтым.

...Ҡасандыр етеш, мул тормошта йәшәгән герой ғүмер ҡояшы офоҡҡа яҡынлашҡан мәлдә байлығы юҡҡа сығып, башын ялсылыҡҡа һалғас ҡына бәхетен таба. Был бәхетте хикәйә геройы Ильяс һәм уның ҡатыны бына нимә тип аңлата: “Беҙ бай инек, әммә тынғылыҡ белмәнек. Һөйләшергә лә, намаҙ уҡырға ла, йән тураһында уйланырға ла ваҡытыбыҙ булманы. Берәй нәмәбеҙ юҡҡа сығып ҡуймаһын тип, йоҡо белмәнек, шик-шөбһәгә төшөп, гөнаһлы булдыҡ. Ә хәҙер һөйләшергә лә, йән тураһында ла уйланырға ла, ғибәҙәт ҡылырға ла ваҡыт бар”. Бәхет төшөнсәһен нисек аңлағандарын, ә иң мөһиме, был ике бәндәнең бәхетте нисек табыуҙарын аңлатырға тырышҡан яҙыусы.

Һуңғы һүҙҙәремде танышым ишеттеме-юҡмы, һаубуллашыуын белдереп, ҡыҫып ҡосаҡланы ла, ышаныслы аҙымдар менән машинаһына ыңғайланы
Читайте нас: