ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
10 Декабрь 2019, 16:07

Ҡыш тураһында шиғырҙар

ТЫШТА ҠАР ЯУА Тышта ҡар яуа, Ниндәй саф һауа! Әйҙә сығайыҡ, Сана шыуайыҡ; Ҡырға барайыҡ, Юлдар ярайыҡ. Биттәр ал булһын, Күңелле ял булһын! (Ҡ.Даян)

ТЫШТА ҠАР ЯУА

Тышта ҡар яуа,

Ниндәй саф һауа!

Әйҙә сығайыҡ,

Сана шыуайыҡ;

Ҡырға барайыҡ,

Юлдар ярайыҡ.

Биттәр ал булһын,

Күңелле ял булһын!

(Ҡ.Даян)



ОСА КҮКТӘ

Оса күктә, оса күктә

күбәләкме, ҡармы?

Йәй ҙә үтте, көҙ ҙә үтте,

шундай ваҡыт бармы?

Бар икән, бар икән,

Яуғаны аҡ ҡар икән,

Ҡар икән, ҡар икән,

Шундай ваҡыт бар икән.

(Х.Ғиләжев )



ҠЫШ

Таң менән тышҡа сыҡһам,

Ап-аҡ булған ер өҫтө.

Ҡайҙан алған ҡыш-рәссам

Шундай яғымлы төҫтө?

Ағастарҙың буйына

Мамыҡ шәлен ураған.

Ихатаның алдына

Ҡарҙан тауҙар бураған.

Тәҙрәләрҙең ситенә

Тау-ҡырҙарҙы төшөргән.

Ҡыйыҡтарҙың башына

Аҡлы-күкле төҫ өргән.

Төн буйы алһыҙ-ялһыҙ

Биҙәгән тирә-яҡты.

Тик шыршыларға ғына

Еткермәй ҡалған аҡты.

(Р.Сөләймәнов)

ҠАР ЯУА

Ҡар яуа,

Ҡар яуа,

Ҡарға тулған

Бар һауа.

Ҡар яуа,

Ҡар яуа,

Өҫтөбөҙгә күк ауа!

Йомшаҡ ҡарҙы,

Ынйыларҙы

Өҫтөбөҙгә түк, һауа!

Бына ниндәй

Икән күк:

Унда ҡары, еле күп!

Ҡар бөртөгө –

Ябалаҡ,

Ҡайҙа остоң ҡабалан?

Ҡар яуа,

Ҡар яуа,

Йәнгә сихәт һәм дауа!

(Т.Искәндәриә)



МАТУР КӨН

Ынйы- ынйы ҡарҙар яуа,

Ғәжәп матур көн бөгөн.

Ҡулға тотоп алғы килә

Ҡарҙың һәр бер бөртөгөн.

Бәүеле- бәүелеп төшә,

Ҡар яуа- матур ниндәй!

Әйтерһең дә, кемдер күктә

Ҙур иләктән он иләй.

(С.Әлибай)

ҠЫШ

Ҡыш булғас,

Ҡар яуғас,

Бар ағас,

Яланғас!..

Ҡыш үтер,

Ҡар бөтөр,

Бөтә ер

Кейенер!..

(Р.Ғарипов)



БУРАН

Урамда буран,

Мин өйҙә торам,

Тәҙрә аша

Тик ауыҙ йырам.

Эй, ел выжылдай

Буран геүелдәй,

Асыулы бесәй

Кеүек мырылдай.

(Ғ.Туҡай)



ЕР ЙОҠОҺО

Ҡырға аҡ ҡарҙан

Юрған ябылған,

Ер яҙға саҡлы

Йоҡоға талған.

Ул тормаҫ, йоҡлар

Ҡыштар үтмәйсә,

Көньяҡтан ҡоштар

Ҡайтып етмәйсә.

Ер йоҡлай тыныс,

Күреп тәмле төш,

Уяныр әле,

Туҡта, үтһен ҡыш.

(Ғ.Туҡай)



ҠЫШ

Бөтә ер аҡ: ҡырҙар, тау баштары,

Әйтерһең, ер аҡ шәл ябынған.

Ағастарға муйыл сәскәһендәй

Тәлгәш-тәлгәш суҡтар тағылған.

(Ф.Рәхимғолова)



АП-АҠ ҠАРҘАР

Ап-аҡ ярҙар, ап-аҡ тауҙар,

Ап-аҡ болон, туғайҙар.

Ап-аҡ доньяға кинәнеп,

Елдәр ҡумыҙ уйнайҙар.

Ап-аҡ йондоҙҙар баҙлайҙар

Алыҫ күк көмбәҙендә,

Әйтерһең дә, ап-аҡ нур бар

Ҡыштың һәр биҙәгендә.

Аҡлыҡ бөркөп, сафлыҡ бөркөп,

Ап-аҡ ҡарҙар яуалар.

Ап-аҡ ҡарҙар яуған саҡта

Байрам итә балалар.

(А.Игебаев)
Читайте нас: