Конгэк
+7 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
14 Декабрь 2019, 22:49
ДЕКАБРЬ
Ябалаҡлап яуған мәлен көтәм.Ҡарҙар йыуаш әле. Хисләндермәй.Ара-тирә төшөп ята ла ул,Йәнләндермәй әле, йәшләндермәй...
Ябалаҡлап яуған мәлен көтәм.
Ҡарҙар йыуаш әле. Хисләндермәй.
Ара-тирә төшөп ята ла ул,
Йәнләндермәй әле, йәшләндермәй...
Йәмләнмәгән донъя, йымылдамай
Сыбар тауҙар, ала-сола ҡырҙар.
Ҡытыҡлаған ерҙән һүлпәнәйә
Тыуам-тыуам тигән моңдар, йырҙар.
Декабрҙә ҡыҙыу ҡояш?
Тылсым...
Тау башынан күҙҙең яуын ала.
Икенделә әле йылы, нурлы.
Шәфәҡтәрҙән алып һыуынһа ла.
Аҡ, сафлыҡты күңел сабыр көтә.
Пәрҙәләргә көн юҡ: Яуа?Яумай?
...Ҡыш тиһҽгҽҙ?
Өйөп һалған көрткә
Тәгәрәмәй миңә ҡыш та тыумай.
(Н. Хәмбәлиева)
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша