ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Декабрь 2019, 19:18

Телгә һөйөү бишектән башлана

Ҡотош ауыл китапханаһында Башҡорт теле көнөнә арналған «Башҡорт телем - туған телем” тигән конкурс үткәрелде. Унда ауыл мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Китапханасы Лена Фазләхмәтова тәүҙә балаларҙы “Туған телгә - йөҙ аҙым” исемле китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы.

Шулай уҡ күп кенә уҡыусыларыбыҙ Азалия Айҙарбәкова, Дания Булатова, Марина Саликова, Азалия Әхтәмова, Инсаф Үзбәков, Динислам Яманаев, Гөлшат Кинйәбаева, Рената Әминева, уҡытыусы Хәлиҙә Хужәхмәтова, хаҡлы ялдағы педагогтар Әлиә Мөхәмәтшина, Вәкил Мөрсәлимов, Вәкил Шарипов башҡорт теленә арналған флешмобта ҡатнашты. Улар “Туған телгә - йөҙ аҙым” проектынан бирелгән китаптарҙан шиғырҙар, поэманан өҙөктәр уҡыны.
Балаларҙың үҙ телдәрен белеү ҡыуандырҙы. Киләсәктә лә улар башҡорт телен белеп яратып үҫер тигән теләктә ҡалабыҙ. Телен белмәгән, илен дә һөймәҫ, тигәндәр бит. Ғаиләләрҙә үҙ телебеҙҙә бишек йыры йырланһын, өләсәйҙәр матур әкиәт һөйләһен. Әсә телен беҙ белергә лә, яратырға ла тейешбеҙ. Нисек етте, шулай яҙылған таҡтаташтар, рекламалар йөрәкте әрнетә. Башҡорт баҫмалары ярҙамға мохтаж. Күпме шағир маҡтаған ғәзиз телебеҙ бындай кире күренештәргә лайыҡ түгел. Сарала ҡатнашыусылар шундай һығымтаға килде.
Читайте нас: