ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Декабрь 2019, 23:38

Әнғәм Атнабаевтың ошо шиғырын күптәр яттан беләлер кеүек...

ҠАПҠА ТӨБӨНДӘ

Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,
Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,
Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.
Туҡтанылар ҡапҡа төбөндә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.
Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!"-
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман
Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.
Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.
Ҡабатлана шулай көн һайын
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
Читайте нас: