ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Декабрь 2019, 18:18

Һеҙ һораған йыр, дуҫтар...

ҠЫШҠЫ СЕЙӘ Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙарКилеп ҡуна битем остарына.Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры,Бөтөрөләм хистәр ҡосағында...

ҠЫШҠЫ СЕЙӘ


Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар

Килеп ҡуна битем остарына.

Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры,

Бөтөрөләм хистәр ҡосағында.
Ҡушымта:

Тик күрмәйем яуған ҡарҙарҙы ла,

Етәкләшеп үткән парҙарҙы ла,

Һин бит миңә бөгөн «һөйәм» тинең,

Ҡыш көнөндә бешкән сейәм, тинең.


Күкрәгемә ҡыҫып йылытырмын,

Сейәм, тинең, һине өшөтмәм.

Бындай иркә, наҙлы һүҙҙәрҙе бит

Мин бит тәүге тапҡыр ишетәм.


Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар

Килеп ҡуна битем остарына.

Ирендәрҙә баллы сейә тәме,

Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда.


Виниса ФӘТТӘХОВА.





.
Читайте нас: