ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
14 Ғинуар 2020, 11:45

Һөйөнсө!

Беҙҙекеләр - беренсе!

Илебеҙҙең баш ҡалаһында “Мәскәү каникулдары” Халыҡ-ара конкурсы үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ Латвиянан килгән коллективтар йыр, бейеү, мода театры программаларын күрһәтте. Фестивалдә ҡалабыҙҙың балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнгән “Задоринка” өлгөлө бейеүҙәр ансамбле (етәксеһе Алевтина Шиханова) ҡатнашты һәм беренсе урын алды! Маша Мурзадерова һәм Илмир Аҡназаров, бейеүҙе яңғыҙ башҡарып, икенсе урын яуланы. Парлы бейеүҙә Рафаэль Хәсәнов менән Розалия Зөбәйерованың дуэты икенсе урынға лайыҡ булды. Ҙур кубок һәм тамашасылар һөйөүе - Мәләүез бейеүселәрендә! Интернет селтәрендә ойошторолған онлайн тауыш биреүҙә лә “Задоринка”лар беренсе урынға сығып, 25 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Бынан тыш, коллективҡа Санкт-Петербург һәм Сочи ҡалаларында уҙасаҡ конкурстарға саҡырыу тапшырылды.
Читайте нас: