Конгэк
+20 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
20 Ғинуар 2020, 23:24
Уҡыусылар күңелендә йәшәй яҙыусы
Яҙыусы, шағир Мөнир Ишбулатов Сибәғәт улының тыуыуына – 85 йыл
Мөнир Ишбулатов 1935 йылдың 19 ғинуарында Бөрйән районы Байназар ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Һәр ваҡыт белемгә ынтылып йәшәй, шулай уҡ башҡаларға белемен йомарт өләшә. 1990 йылдан яҙмышы Мәләүез ере менән бәйле. Ҡалала һәм Динис Бүләков исемендәге Арыҫлан урта мәктәбендә уҡыта. Башҡорт гимназияһында йәш әҙәбиәтселәр түңәрәген алып бара. Талантлы педогог Мәләүез мәғариф бүлегендә методист булып та эшләй.
60-сы йылдарҙан башлап ижад менән шөғөлләнә, республика матбуғатында хикәйәләре, шиғырҙары, повестары даими донъя күрә, тормош фәлсәфәһе менән һуғарылған 6 китабы сыға. Бик күп шиғырҙары халыҡ араһында йыр булараҡ билдәле. Һуңғы йылдарҙа төрлө жанрҙа эшләй. Шиғриәт, проза һәм драматургия өлкәһендә берҙәй үк уңышлы ижад итә. 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты