ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
24 Ғинуар 2020, 14:20

Ҡораманың матурлығы - төҫөнә, ә кешенеке эшенә бәйле

Ҡорама ҡорарға өйрәнгегеҙ киләме? Улайһа, Нурия апайға барығыҙ!

Һуңғы йылдарҙа район-ҡалала үткән сараларҙа халҡыбыҙ мәҙәниәтен, көнкүрешен сағылдырған күргәҙмәләр йыш ойошторола. Уның өсөн айырым тирмәләр ҡуйыла. Береһендә милли ризыҡтарыбыҙ урын алһа, икенсеһе биҙәү сәнғәт өлгөләре, өсөнсөһө кейемдәр, кәсепселек әйберҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итә.
Шундай күргәҙмәләрҙең береһендә күҙем ҡорамаларға төштө. Был онотолоп барған ҡул эшенең авторы Арыҫлан ауылынан Нурия Бураҡанова булып сыҡты. Һәр нәмәнән матурлыҡ таба белгән, уны башҡаларға ла күрһәтергә, бүлешергә теләгән кешеләр миндә һәр ваҡыт һоҡланыу тыуҙыра. Күптән түгел оҫтаның үҙе менән һөйләшеү форсаты тейҙе.
Сығышы менән Бөрйән районынан Нурия Зәйнетдин ҡыҙы Смаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда милли ҡорамаларҙы тергеҙеү һәм балаҫ һуғыу традицияларын таратыу буйынса эш алып бара. Учреждениеға ул тәүҙә йыйыштырыусы булып эшкә килгән. Уның оҫталығын иң беренсе башҡорт халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклорын яҡшы белгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Хисаметдинова күрә. Тап уның тәҡдиме менән Нурия апай бөгөн этнограф булып эшләй.
Мәҡәлә геройының ҡорама ҡорауға тотоноуына оҙаҡ ваҡыт үтмәгән әле. 2013 йылда тормош иптәше вафат булғас, балалары, әсәһе һағышланып, күңел кисерештәренә күмелеп ултырмаһын өсөн, тегеү машинаһы алып бирә. Тегенеү эшенә Нурия апай йәштән маһир, ҡыҙҙарына күлдәк тегеп кейҙереү уға бер ни тормай. Әле ул халҡыбыҙҙың борондан килгән ҡул эшенә ныҡлап тотонған. Төрлө ҙурлыҡтағы ундан ашыу ҡорамаһы бар. Улар бөгөн төрлө кимәлдәге сараларҙа, һабантуйҙарҙа күргәҙмәләрҙе биҙәй. Санкт-Петербургта, Өфөлә, Әбйәлилдә һәм башҡа райондарҙа булып өлгөргән.
  • Был шөғөл күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята. Донъя кимәлендә уны печворк тип атайҙар. Питерҙа булғанда ҡул эштәремдең береһен бер француз һатып алырға теләгәйне. Бөтә күңелемде һалып эшләгән әйберемде биргем килмәне. Бер кешенең генә өйөн биҙәгәнсе, күргәҙмәләрҙә, байрамдарҙа күптәрҙең күңелен күтәрһен, тип уйлайым, - ти Нурия Зәйнетдин ҡыҙы.
  • Кеше эше менән, ә ҡорама төҫө менән матур, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Нурия апай эшкә ултырыр алдынан иң беренсе уның нимә өсөн тәғәйенләнгәнен һәм шуға ярашлы төҫтәрҙе һайлай. Йәйғорҙоң бар төҫмөрө лә сағыла уның ҡорамаларында.
    Ҡорама ҡороу, бәлки, борон мохтажлыҡтан, етешһеҙ тормоштан барлыҡҡа килгәндер, сөнки ул ҡалған туҡыма йәки иҫке кейем киҫәктәренән тегелгән. Ә хәҙер ул, ысын мәғәнәһендә, сәнғәт өлгөһөнә әйләнгән.
    • Әйткәндәй, был ҡул эше бөгөнгө ҡиммәтселек заманында әйберҙе экономиялау йәһәтенән дә яҡшы. Хәҙер кейемдәрҙең күбеһе бер ҡасан да туҙмай торған яһалма туҡымаларҙан тегелгән. Ташлағансы ултырғыс, өҫтәл, диван, карауат япмалары, түшәк-юрған ҡорап, уларға икенсе ғүмер бирергә мөмкин, - ти оҫтабикә.
    • Читайте нас: