ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
10 Февраль 2020, 20:00

Һуңламағыҙ, ғариза бирегеҙ!

14 февралдә Ҡала мәҙәниәт һарайында

14 февралдә Ҡала мәҙәниәт һарайында Башҡортостан халыҡ артисы Тәнзилә Үҙәнбаева призына башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың асыҡ конкурсы уҙғарыла.
Ҡатнашырға теләгәндәр ғариза яҙа ала. Мәҙәни-ял үҙәгенә 8(34764)3-36-00 телефоны аша шылтыратып йәки 410-сы бүлмәгә мөрәжәғәт итеп белешмә алырға була.
Шул уҡ көндә киске 6-ла Мәҙәниәт һарайының ҙур залында еңеүселәрҙең Гала-концерты үткәрелә. Унда 2018 йылғы конкурс еңеүсеһе яҡташыбыҙ Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Үҙәнбаеваның да сығышы көтөлә. Рәхим итегеҙ, инеү бушлай. 6+
Читайте нас: