ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
17 Февраль 2020, 20:00

Нур сәсеүсе йырсы

Көслө шәхестәр бөтә яҡтан да яҡшы сифаттарға эйә була

Башҡорт халҡының алтын мираҫын – йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарған йырсылар күңелде әсир итеп, мәңге һүнмәҫ, юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Тәнзилә Үҙәнбаеваның моңо хайран ҡалырлыҡ мөғжизәләрҙең иң аҫылылыр. Бындай һәләтте Хоҙай бик һирәктәргә генә бирә. Тәбиғәттән изге күңелле, кешелекле, кеселекле, бар яҡлап уңған Тәнзилә Хәмит ҡыҙының беҙҙең яҡташ булыуы ғорурлыҡ тойғоһон уята. Мәләүездә донъяға килгән йырсының балалыҡ йылдары Смаҡ, Түләк ауылдары менән бәйле. “Тыуған яҡтарым иҫ киткес матур минең. Ағиҙел, Нөгөш йылғаларының һыуын ҡойоноп үҫтем. Ике ауылды ла яратам, һәр ҡайһыһы яҡын, ҡәҙерле”, - ти Тәнзилә Үҙәнбаева.
Бәләкәйҙән ижадҡа, йыр-моңға һоҡланып, артистарҙың тормошон гәзит-журналдарҙан уҡып үҫкән ҡыҙ йырсы булырға хыяллана. 1971 йылда бөтә ҡыйыулығын йыйып, сәнғәт училищеһына уҡырға юллана. Билдәле композитор Заһир Исмәғилев уның опера йырсыһы булыуын теләй. Эйе, Тәнзилә Хәмит ҡыҙы классиканы ярата. Уның Гөлзифа, Шәүрә арияларын (З.Исмәғилевтың “Ағиҙел тулҡындары” һәм “Шәүрә” опералары), Бибинур арияһын (Х. Әхмәтовтың “Замандаштар” операһы) башҡарыуы беҙгә билдәле. Көслө, моңло, киң диапазонлы тауышын бер кемдеке менән дә бутау мөмкин түгел. Уның оҫталығына, нескәлегенә, һәр йырҙы йөрәккә үтерлек итеп башҡарыуына һоҡланып туймаҫлыҡ.
Институттан һуң, 1981 йылда, Тәнзилә Үҙәнбаева “Йәдкәр” фольклор төркөмөндә эш башлай. Йыр-моңдан тыш, бейеү, шиғыр, юморға һуғарылған, театрлаштырылған сығыштары, халыҡҡа яҡын булыуы менән арбай уны төркөм. “Йәдкәр”ҙә барыһы ла һөнәр эйәһе, ә Тәнзилә ханым – уның тотҡаһы, йөҙөк ҡашы. Йырсының үҙенсәлекле тауышын күптәр ярата. Һәр йырға ҡабатланмаҫ йылыһын, нурын һала ул. Оҙон көйлө йырҙарҙы башҡарғанда күҙ алдына башҡорт халҡының тарихы, йәшәйеше килеп баҫа, күңел ҡылдары тирбәлеп, төрлө тәьҫораттарға бирелә.
Артист яҙмышы еңелдән түгел, тиҙәр. Туҡтауһыҙ гастролдәр, концерттар, юл тапауҙар... Тәнзилә Үҙәнбаева үҙен тотош сәхнәгә, халҡына, ижадҡа бағышлаған. Тыуған еренең тоғро хеҙмәткәре, моңло һандуғасы, ысын ҡыҙы ул. Ниндәй бөйөк дәрәжәләргә, баһаларға лайыҡ булһа ла, бөтә Башҡортостан, Рәсәй кимәленә күтәрелһә лә, Тәнзилә ханым ябай, эскерһеҙ булып ҡала белә. “Бер ҡасан да, бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәй, кешене нисек бар, шулай ҡабул итә, кесеһен дә, олоһон дә тигеҙ хөрмәтләй. Туған йәнле, ҡулынан килгәнсе ярҙам һуҙырға һәр саҡ әҙер, йылы һүҙен, кәңәшен йәлләмәй. Ҡулынан килмәгәне юҡ, бәйләү, тегенеү, аш-һыуға маһир”, - ти уның хаҡында яҡындары.
Көслө шәхестәр бөтә яҡтан да яҡшы сифаттарға эйә була. Тәнзилә Хәмит ҡыҙы тап шундайҙарҙың береһе. Төҫкә сибәр, һөйкөмлө, эшһөйәр, аҡыллы йырсыны күпме маҡтаһаң да һүҙҙәр етмәҫ кеүек.
Әле районыбыҙҙа билдәле яҡташыбыҙ призына ойошторолған конкурс күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер. Ижадташ дуҫтарҙың, һәләтле кешеләрҙең бергә йыйылыуы үҙе бер байрам. Тәнзилә Үҙәнбаеваға ла артабан тик уңыш йылмайһын!
Читайте нас: