ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
24 Февраль 2020, 22:29

Уралым

Йырҙарҙа данлана Уралым, данлы тарих һаҡлай Уралым.

Башҡорт эстрадаһында танылыу яулаған, башҡорт рок-музыкаһына нигеҙ һалыусы 1990 йылдарҙа «Дәрүишхан» башҡорт эстрадаһында иң популяр коллективтарҙың береһе булды. Ойоштороусыһы – талантлы гитарасы һәм көйҙәр авторы Альберт Ғәббәсов. Төркөмдөң солисы Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов) 2005 йылда 35 йәшендә ҡапыл вафат булғас, төркөм тарҡалды.
2019 йылда төркөм яңы солист Ринат Зарипов менән үҙенең ижадын тергеҙҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йыйынында, ретро-концерттарҙа, йәштәр форумында һәм башҡа ҙур сараларҙа сығыш яһаны.
Читайте нас: