Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
25 Февраль 2020, 19:20

Күңелеңде һалмаһаң, ризыҡ уңмай

Ҡотош ауылы китапханаһында “Мираҫ” клубы 2014 йылда ойошторола. Башҡорт йолаларын иҫкә алып, төрлө байрам, йола, ай һайын төрлө темаға кисә, белем сәғәттәре уҙғарыла. Яңыраҡ бәлеш бешереү серҙәре менән бүлешеү, йәштәрҙе өйрәтеү маҡсатында мастер-класс уҙғарылды.

Сарала ҡатнашыусыларҙы китапханасы Лена Фазләхмәтова бәлеш төрҙәре тураһында бәйән иткән журнал-китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы. Халыҡтың йәшәү рәүеше, үҙенсәлекле милли мәҙәниәттең аш-һыуға йоғонтоһо тураһында һөйләне.
Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡайһыһы ғына бешеренергә яратмай? Аш-һыуҙы күңел йылыһын һалып, яҡшы кәйеф менән әҙерләргә кәрәклеген дә барыбыҙ беләбеҙ. Кисәгә һәр кем оҫта биҙәлгән милли ашамлыҡ тотоп килгән. Миңйыһан Ибәтуллинаның бешергән бәлеше - түңәрәк сәғәт, Әлфирә Юлмөхәмәтованың ҡош теле рауза сәскәһенә оҡшаған. Ауылдың аш-һыу оҫтаһы Әнисә Фазләхмәтова оҫталыҡ сәғәтендә ҡамырҙан биҙәк эшләү, бешеренеү серҙәре менән бүлеште. Сара күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.
Читайте нас: