Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Февраль 2020, 13:05

Милләтемдең ырыҫ-ҡотон һаҡлап, ағинәйҙәр сафҡа баҫҡан

Милли кейемдәрҙә сәхнә түрен генә түгел, ә көндәлек тормош биҙәге булып, халҡыбыҙҙың ырыҫ-ҡотон һаҡлап, сафҡа баҫҡан ағинәйҙәр.

Һарыш ауылы ағинәйҙәре Халыҡ-ара туған телдәр һәм Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Әсәм теле – сәсән теле” тип аталған бик күркәм сара уҙғарҙы. Байрамдың бер тында һәм ойошҡанлыҡ менән үтеүендә, һис шикһеҙ, ауыл биләмәһенә ҡараған тораҡ пункттары мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә роле ҙур ине.
Педагогия хеҙмәте ветераны, биләмәнең ветерандар советы рәйесе Гөлниса Килдебаева етәкселегендәге ағинәйҙәр ойошмаһы ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән билдәле. Ойошма ағзаларының иң олоһо туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлаһа, иң йәше алтмышын тултырған. Заманында төбәк иҡтисадының төрлө өлкәһендә эшләгән оло быуын вәкилдәре һәр сараның уртаһында ҡайнай. Халыҡ араһында абруйҙары ҙур. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе - ветеран уҡытыусылар. Уларға мәктәптең ишеге һәр саҡ асыҡ. Халыҡ-ара туған тел көнөндә былтыр уҡыусылар менән осрашҡандар. Район ағинәйҙәре араһында Башҡортостанда иғлан ителгән Башҡорт теле йылын беренсе булып асып ебәреүҙәре менән дә иғтибарҙы йәлеп итте улар.
Байрамға ентекле әҙерләнгәндәр. Ҡул эштәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәре, милли ризыҡтарҙан күргәҙмә ойошторғандар. Гөлниса Әхмәтшәриф ҡыҙы Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғыры менән башлап ебәргән сарала Кәшифә Хисмәтуллина, Миңниә Ғабдуллина, Миңлефә Булатова, Ләлә Кәримова, Зәйтүнә Әлиева, Әлиә Ғәлләмова башҡорт шағирҙарының иң күренекле әҫәрҙәрен яттан һөйләне. Венера Уразбахтина ауылдаштары, тыуған төйәк, мәңгелек ҡиммәттәр тураһында үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы һөйләп ишеттерҙе. Ҡала ағинәйҙәре исеменән шағирә Мәрйәм Күсмәева сығыш яһаны, үҙенең яңы яҙған әҫәрен тәҡдим итте. Фирүзә Ғиниәтуллина, Наилә Күсәрбаева, Нәзирә Кәримова, Гәүһәр һәм Илнара Ҡорбанғәлиевалар башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Ә Венера Ғабдуллина дәртле бейеү бүләк итте. Шулай итеп, һарыштар сығыштары менән башҡорт теленең моңло ла, бай ҙа, яғымлы ла икәнлеген тулыһынса күрһәтте.
Был сара шулай уҡ йәнле аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән дә иғтибарға лайыҡ. Унда ҡатнашҡан Аптраҡ, Һыртлан, Первомай, Смаҡ, Иштуған ауылдары һәм ҡала ағинәйҙәре үткән йылғы һөҙөмтәләр менән бүлеште. Милли күлдәк тегеү, түшелдерек эшләү буйынса смаҡтар әүҙем булған. Ҡашмау эшләүҙе үрге юлдаштар башлап ебәрһә, уны аптраҡтар дәррәү күтәреп алған һәм бер нисә айҙа бына тигән баш кейеме тегеп кейгәндәр. Сараға барыһы ла байрамса кейенеп, аҡ яулыҡтарын ябынып, түшелдерек-селтәрҙәрен тағып килгәйнеләр.
Райондың “Ағинәйҙәр” ҡоро етәксеһе Асия Латипова быйыл Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә милли кейемдәр тегеү, биҙәүестәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, өләсәйҙәр мәктәбен ойоштороу, халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе әүҙемләштереү бурысын йөкмәтте. Шулай уҡ эскелеккә ҡаршы эште, яңғыҙҙарға ярҙам итеүҙе, төрлө йүнәлештәге өмәләрҙә ҡатнашыуҙы, һәр яҡлап йәш быуынға өлгө күрһәтеүҙе дауам итеү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡыҫҡаһы, ошо милли кейемдәрҙә сәхнә түрен генә түгел, ә көндәлек тормош биҙәге булып, халҡыбыҙҙың ырыҫ-ҡотон һаҡлап, сафҡа баҫҡан улар.
Читайте нас: