Мәләүез ҡалаһы сәнғәт мәктәбенең скрипка буйынса тәжрибәле уҡытыусыһы Маргарита Мигранова етәкселегендә скрипкасылар ансамбле яңы үрҙәр яулай.
Салауат ҡалаһында уҙғарылған йәш музыканттарҙың “Ҡышҡы фантазия” төбәк конкурсында I дәрәжә дипломына лайыҡ булдылар.
Йәш таланттарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм яңы уңыштар теләйбеҙ.