ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүҙәр тупланмаһы йылдан-йыл тулылана

Уҡыу йылы башынан февралгә тиклем сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре байтаҡ конкурста, смотрҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәште.

Ҡаланың 1-се балалар сәнғәт мәктәбе музыкаль, художество һәм хореография йүнәлештәре буйынса уңышлы эшләй. Унда бөтәһе 773 бала, шул иҫәптән 52-һе - Воскресенский сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә. Ижади коллективтарҙың һаны - 16. Шуның 2-һе, атап әйткәндә “Концертино” һәм “Любава” - халыҡ, 3-һө - “Задоринка”, “Цветик-самоцветик” һәм ҡурайсылар ансамблдәре - өлгөлө исемдәрен йөрөтә.
Уҡыу йылы башынан февралгә тиклем уҡыусылар байтаҡ конкурста, смотрҙа, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, юғары уңыштарға өлгәште. Ҡурайсылар ансамбле “Урал иле” халыҡ-ара фестивалдә беренсе урынға лайыҡ булды. Флейтасылар дуэты I бөтә Рәсәй тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсында икенсе урын яуланы. “Мәскәү каникулы” халыҡ-ара фестивалендә бейеүселәр ҙә тәүге ике урынды алды.
Өфөлә үткән Светлана Хәмиҙуллина исемендәге XII бөтә Рәсәй фортепиано музыкаһы конкурсында еңеүсе булдылар. Ырымбурҙа ойошторолған “Һәләтлеләр ҡояштан да сағыуыраҡ”, “Таланттар турниры” халыҡ-ара конкурстарында ла тәрбиәләнеүселәр I, II, III дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде.
Уҡыусылар олимпиадаларҙа ла һыр бирмәй. Мәҫәлән, сольфеджио буйынса Гран-приға, шулай уҡ тәүге призлы урындарға беҙҙең ҡала сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр эйә булды. Салауат ҡалаһында “Ҡышҡы фантазия - 2020” төбәк конкурсында ла мәләүездәр төп призды һәм маҡтаулы урындарҙы алды.
Шулай итеп, ҡаланың сәнғәт мәктәбе уҡыусылары үҙҙәренең халыҡ, өлгөлө исемдәрен раҫлауын, өҫтәмә белем биреү учреждениеһының еңеүҙәр тупланмаһын тулыландырыуын дауам итә.
Читайте нас: