Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт тамашасыһы бөгөн ниндәй?

Улар - урта йәштән үткән йәки өлкәнерәк, күберәк эшсе һөнәрҙәре буйынса эшләй, йә иһә эшләгән кеше. Шулай уҡ педагогтар, башлыса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ. Береһенә лә сер түгел, бөгөн концерт-спектаклгә ир-егет бик һирәк йөрөй.

Улар - урта йәштән үткән йәки өлкәнерәк, күберәк эшсе һөнәрҙәре буйынса эшләй, йә иһә эшләгән кеше. Шулай уҡ педагогтар, башлыса башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм, әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ. Береһенә лә сер түгел, бөгөн концерт-спектаклгә ир-егет бик һирәк йөрөй.
Яңыраҡ бер ағай:
- Ни эшләп беҙҙең халыҡ концертҡа йөрөмәй икән? - тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе.
- Кемдең тамашаһы тураһында әйтәһегеҙ һуң? - тим.
Артисын да әйтә алманы үҙе. Ҡасан һуңғы тапҡыр концертҡа барғанын хәтерләмәүенән дә мәҙәни сараларға йөрөмәүен тойомларға мөмкин ине. Ә һүҙ үҙенә килеп төртөлгәс, артистарҙан, башҡортса үткән тамашаларҙан етешһеҙлек эҙләне.
Эйе, йәшерене юҡ: был ағайҙың фекерендә дөрөҫлөк бар. Үҙ телебеҙҙә үткән тамашаларға тамашасы йыйыуы бик ауыр. Бер бөгөн генә түгел, был элек-электән килә. Күрше республика йондоҙҙары бер нисә ай алдан һатып бөтһә, билетын ярты хаҡҡа һатҡанда ла артистарыбыҙ залды тултыра алмай. Улай ғына түгел, беҙ бит хатта бушлай концерттарға ла йөрөмәйбеҙ.
Бының сәбәбе, әлбиттә, төрлө яҡлы. Репертуарға ла бәйле, йырсының заманға яраҡлаша белеүе лә ҙур роль уйнай. Залдағылар менән бәйләнеш булдырыу һәләте лә мөһим.
Миҙгелдең дә әһәмиәте ҙур. Мәҫәлән, көҙөн нисектер күңел үҙенән үҙе концертҡа барырға, “тере тауыш” тыңларға тартыла. Йәйге-көҙгө эштәрҙән арыған тамашасы бер мәҙәни ваҡиғаны ла ҡалдырмаҫҡа тырыша. Шуны яҡшы аңлаған артистар ошо мәлде уңышлы ҡуллана. Бер нисә ай алдан хәстәрләп, сара ваҡытын билдәләп тә ҡуя. Ә яҙын халыҡ ябыҡ бинала тамаша ҡарауҙан тәбиғәткә сығып ял итеүҙе, баҡса эше менән булыуҙы өҫтөнөрәк күрә.
Республика артистарына үҙ-үҙен рекламалау ҙа етмәйҙер, бәлки. Быны беҙ редакция менән бәйле эшмәкәрлек буйынса ла әйтә алабыҙ. Концертҡа бер аҙна йәки өс-дүрт көн ҡалғас, иғлан биреүҙе йәки мәҡәлә әҙерләүҙе үтенеп, килеүселәр бар беҙгә. Ә был эш бер ай алдан башҡарылһа, күпкә отошлораҡ булыр ине, минеңсә. Ни тиһәң дә бөгөн реклама - һатыу двигателе, быны бер нисек тә инҡар итеп булмай.
Яратҡан артистарыбыҙҙы ишетеү, күреү сығанаҡтары күп булыуы ла уларҙың гастроль сараларына йөрөмәҫкә бер ни тиклем булышлыҡ итәлер. Яңы клип сыҡһа, шунда уҡ сәхнә йондоҙҙары үҙҙәре йәки уларҙың фанаттары социаль селтәргә һала. Уны ҡат-ҡат тыңлау, ҡарау мөмкинлеге киңәйҙе хәҙер. Шуға ла “Нимәгә ул концерт? Интернеттан теләгән йырсыңды, йырыңды табып тыңларға була!” - тигәнде йыш ишетергә була.
Тик шуны ла оноторға ярамай: тап концертта, театрҙа ғына кеше көслө кисерешкә солғана, уйлана, үҙенең ҡылығына сит кеше күҙлегенән сығып баһа бирә, ғәфү үтенә, кисерә. Балаларҙың, йәштәрҙең эмоциональ үҫеше өсөн дә файҙалы. Шуға күрә республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылында туған телдә үткән тамашаларға әүҙемерәк йөрөһәк ине, йәмәғәт. Артистарыбыҙға ла ярҙам итер, үҙебеҙ ҙә күңелебеҙҙе байытырбыҙ инек.
Читайте нас: