Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
6 Апрель 2020, 14:57

Өйҙә рухи үҫешәбеҙ

Ергән ауылының "Ағиҙел" башҡорт халыҡ театры "Хазина" тип аталған спектакль тәҡдим итә.

Үҙ аллы сикләнеү осоронда рухи үҫешеү, балаларҙы сәнғәткә йәлеп итеү, бергәләп тамашалар ҡарау мөмкинлеге киңәйҙе. Мәләүез районы мәҙәниәт-ял үҙәге методисы Зарина Шерова, мәҙәни хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығын билдәләп, һынау ваҡытында өйҙә ултырып ҡына, райондың үҙешмәкәр артистары сығышын онлайнда ҡарарға саҡыра.
Ергән ауылының тамашасы һөйөүен яулап өлгөргән "Ағиҙел" башҡорт халыҡ театры "Хазина" тип аталған спектаклен тәҡдим итә. Ә йыр-моң һөйөүселәргә "Башҡортостан ынйылары" республика конкурсы сиктәрендә үҙешмәкәр артистарҙың сәхнәләштерелгән концерт программаһы күңелле ял бүләк итер. Беҙ - еңеүсе халыҡ, берҙәм һаҡланһаҡ был вирусты ла артыҡ юғалтыуһыҙ ғына еңербеҙ. Ә әлегә өйҙә ҡалайыҡ, һәр яҡлап үҫешәйек, камиллашайыҡ - бының өсөн онлайнда бар мөмкинлектәр ҙә бар.
https://vk.com/club79202244?w=wall-79202244_696
Читайте нас: