ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
15 Апрель 2020, 15:25

Данлы Дарьино юбилейға әҙерләнә

Яңыраҡ юлыбыҙ бай тарихлы Дарьино яғына төштө. Инҡар итмәйем, милли баҫма булғас, күберәк иғтибарҙы башҡорт ауылында йәшәгәндәргә бирәбеҙ. Бүтән төбәктәрҙә лә беҙҙе көтөп торған, шатлыҡ-ҡыуаныстары, проблемалары менән уртаҡлашырға, аралашырға һыуһаған кешеләләр йәшәй. Беҙҙе ауыл яҙмышына битараф булмаған әүҙемселәр яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Шуларҙың береһе - Партизан ауыл биләмәһенә ҡараған тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Регина Йосопова .

Яңыраҡ юлыбыҙ бай тарихлы Дарьино яғына төштө. Инҡар итмәйем, милли баҫма булғас, күберәк иғтибарҙы башҡорт ауылында йәшәгәндәргә бирәбеҙ. Бүтән төбәктәрҙә лә беҙҙе көтөп торған, шатлыҡ-ҡыуаныстары, проблемалары менән уртаҡлашырға, аралашырға һыуһаған кешеләләр йәшәй. Беҙҙе ауыл яҙмышына битараф булмаған әүҙемселәр яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Шуларҙың береһе - Партизан ауыл биләмәһенә ҡараған тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Регина Йосопова .
Тарихты һаҡлаусы усаҡ
Ул бында дүрт йыл элек ҡаланан күсеп килгән. Шул осорҙан үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған музейҙа бар күңелен һалып эшләй. Ә музей, ысынлап та бик бай: биш меңдән ашыу экспонат һаҡлана. Ул 13 бүлектән тора, ауылдың тарихын сағылдырған тәбиғи, этнография ҡомартҡылары, фотоһүрәттәр менән байытылған. Регина Радик ҡыҙы әйтеүенсә, улар араһында иң ҡиммәтлеһе - 900-сө йылдар тирәһендәге тәре, күп йылдар элек яндырылған сиркәү ҡыңғырауы. Омск губернияһынан күсеп килеп, ауылға нигеҙ һалған Дарья Пашкова һәм һуғыш ветерандарына бәйле тарихи материалдарҙы ауыл халҡы яҡшы белә, хөрмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, шул йылдарҙа ҡортсолоҡ менән шөғөлләнгән Пётр Авдеевтың самолёт һатып алырлыҡ йыйған аҡсаһын дәүләткә тапшырыуын, Сталиндың уға яҙған Рәхмәт хатын ғорурлыҡ менән һөйләйҙәр.
Маҡсат бар, эшләргә теләк ҙур
“Тиҫтә йылдар элек химзавод төҙөлөшөндә ҡатнашҡан француздарға Дарьинола Масленица йолаһын күрһәттек. Мейес башында балалайка сиртеп ятҡан Емеля тураһында әкиәт сәхнәләштереү, пар аттарҙа сит ил ҡунаҡтарының елеүе, сигелгән һөлгөләрҙе һатып алырға теләүҙәре кеүек иҫтәлекле хәтирәләргә бай ауылыбыҙ”, - тип һүҙгә мәҙәниәт хеҙмәткәре Иван Посадский ҡушыла. Бөгөн дә “Рябинушка”, “Мелодия” вокал ансамблдәре ауылда ғына түгел, район-республика кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнаша.
Дүрт таған
90 йыл элек уҡыу йорто булараҡ барлыҡҡа килгән ауыл китапханаһының да тарихы ҙур. Бөгөн иһә унда төрлө темаға саралар үткәрелә. Өлкәндәр өсөн “Әңгәмәсе” клубы әүҙем эшләй. Фермер Иван Урчев ярҙамында яҡын-тирәләге бар ғибәҙәтхана, сиркәүҙәргә экскурсияға барып ҡайтҡандар. Мәктәп уҡыусылары менән унда төрлө темаға кисәләр үткәрелә. Әйткәндәй, белем усағында Ҡотош, Николаевка ауылдарынан һәммәһе 92 бала уҡый. Мәктәптә түңәрәктәр ҡыҫҡартылғанға күрә, улар мәҙәниәт йортондағы хор, бейеү түңәрәктәренә, балалайка ансамблендә шөғөлләнә. Клуб, китапхана, музей, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, дүрт таған кеүек, һәр эштә бер-береһенә ярҙамсы.
“Там, там, тамсы бында тамма!”
“Ауыл ерендә проблемалар етерлек инде ул”, - тип әңгәмәгә Партизан ауыл биләмәһе башлығы Владимир Торгашов йүнәлеш бирә. Был һүҙҙәрҙе әйтмәһә лә, ул мәсьәлә күҙгә ташланып, ишетелеп тора: беҙ барғанда клуб, музей, ауыл биләмәһе, китапхана урынлашҡан бина ҡыйығындағы ҡар иреп, түбәнән эскә тамып тора ине. 1200 метр майҙанлы ҡыйыҡты капиталь ремонтлауға миллион һум бүлгәндәр, ул бик аҙ. Мөмкин булһа, сатырлы ҡыйыҡҡа үҙгәртеп ҡорорға ниәттәре, тик, әлеге лә баяғы, аҡсаға ҡытлыҡ кисерәләр. Август айында ауылдың 230 йыллығын билдәләйәсәкәр. Шуға барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, бай тарихлы ауылдың юбилейын тейешенсә ҡаршыларға тырышалар.
Читайте нас: