Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Апрель 2020, 11:00

Иң ҙур байрам беҙҙең күңелебеҙҙә, эске донъябыҙҙа булырға тейеш.

Беҙҙең байрам көндәре бик күп: Ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Ватанды һаҡлаусылар көнө, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Календарҙа тағы баҡсасылар, бейеүселәр, тегенселәр көнө кеүек һәм башҡа иҫтәлекле даталар билдәләнгән. Һәр кемдең үҙенең генә көтөп алған көнө лә бар. Мәҫәлән, тыуған көн. Байрамдар булырға тейеш. Кешенең һәр ваҡыт байрам итеү мөмкинлеге булһын, сөнки, Демокрит әйтмешләй, байрамһыҙ тормош туҡталышһыҙ, ялһыҙ, оҙон юл кеүек бит...

Байрамға әҙерлек ваҡыты байрамдың үҙенә ҡарағанда ла күңеллерәк.
(Япон халыҡ мәҡәле).
Байрам етһә таптырыр, ат урынына саптырыр.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).
Үҙең менән һәр ваҡыт байрам алып йөрөргә кәрәк.
(Э.Хемингуэй).
Тормош байрам булған ваҡытта ҡәҙимге көндәрҙе һағынаһың.
(Б.Крутиер).
Календарҙа билдәләнгән даталарға ҡарап ҡыуаныу, байрам итеү бигерәк ҡыҙыҡ.
(М.Леви).
Таҙа намыҫ кешегә һәр ваҡыт байрам тойғоһо бирә.
(Р.Бертон).
Иң ҙур байрам беҙҙең күңелебеҙҙә, эске донъябыҙҙа булырға тейеш.
(Ф.Бегбедер).
Ялҡау кеше өсөн ауырыу ҙа байрам һымаҡ.
(А.Рамнунтский).
Байрам - ул тирә-яҡ матурлығының эскә үтеп инеүе, ә эске һөйөнөстөң тышҡа сығырға атлығыуы.
(В.Кротов).
Хыяллана белгән кеше өсөн байрам һәр ваҡыт ниндәйҙер мөғжизә алып килә.
(Т.Драйзер).
Берәүҙә түш ите ашаһаң, үҙең оса итен әҙерлә.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).
Читайте нас: