ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
29 Апрель 2020, 19:41

Йәшәү матур! Йәшәү бигерәк матур!

Яҙҙар... яҙҙар!Ниндәй көс бар һеҙҙәУятырлыҡ туңған еремде?Уятырлыҡ күнгән йөрәктәрҙе,Иретерлек туңған күңелде.


Күңелдәрем тағы иләҫ – миләҫ
Шаулап аҡҡан ҡар һыуҙарынан.
Төндәр буйы керпек ҡаҡмай сығам
Йөрәгемдең ярһыуҙарынан.

Яҙҙар... яҙҙар!
Ниндәй көс бар һеҙҙә
Уятырлыҡ туңған еремде?
Уятырлыҡ күнгән йөрәктәрҙе,
Иретерлек туңған күңелде.

Ҡар һыуҙары иреп, тау битенән
Йырғанаҡтар булып саптылар.
...Һағыштарым иреп, сикә буйлап
Күҙ йәштәре булып аҡтылар...

Йырғанаҡтар ағып туҡтағас та,
Ерем өҫтө тағы йәнләнер.
Бөрөләрен шартлап ярыр япраҡ,
Еҫтәренән баштар әйләнер.

Һағыштарын ҡойған күңелдәрҙә
Тағы мең – мең хистәр ҡуҙғалыр.
Япраҡтарын көткән ҡайынымда
Мең – мең төрлө ҡоштар һүҙ алыр!

Яҙҙар... яҙҙар!
Ниндәй көс бар һеҙҙә
Уятырлыҡ туңған еремде?
Уятырлыҡ күнгән йөрәктәрҙе,
Иретерлек туңған күңелде.

С. Тотманова.
Читайте нас: