ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
30 Апрель 2020, 17:55

Халыҡ байрамына арналған саралар - онлайн-режимда

Коронавирус пандемияһына һәм үҙ аллы изоляцияға бәйле, район-ҡалала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар онлайн-режимда үтә.

Коронавирус пандемияһына һәм үҙ аллы изоляцияға бәйле, район-ҡалала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған саралар онлайн-режимда үтә.
Күптән түгел мәҙәни-ял үҙәге филиалдарында “Еңеү яҙы” тип аталған онлайн-конкурс старт алды. Уларҙың барышын ауыл мәҙәниәт йорттары, күп функциялы клубтарҙың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә күҙәтергә мөмкин. Унда район халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атайҙары, олатайҙары, туғандары хаҡында хәтирәләре менән бүлешә, рәхмәт һүҙҙәрен әйтә. Шулай уҡ хәрби-илһөйәрлек темаларына йыр башҡарып, шиғырҙар һөйләп, видеороликтар, һүрәттәр төшөрөп ебәрә.
Һуғыш ветерандарының архив фотоларын, улар тураһындағы яҙмаларҙы, быға тиклем Бөйөк Еңеү көнөн байрам иткән сараларҙы сағылдырған видеояҙмалар, фотоһүрәттәр урынлаштырыу киң ҡолас алды. Һабаш ауыл клубы берләшмәһендә дәһшәтле йылдарҙың тере шаһиты булған яугирҙәр, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балаларының фотоларынан онлайн-стенд булдырылған.
Иштуған мәҙәниәт йортоноң “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған” тип аталған хәтер таҫмаһында ауыл биләмәһенән фронтҡа киткәндәрҙең һәр береһенең исем-шәрифе яҙылған.
Дарьино мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре алып барған “Ауылыбыҙ геройҙары” интернет-проекты уңышлы бойомға ашырыла. Дәүләтҡол, Ҡотош, Һарыш, Аҡназар, Мотай ауыл клубтарының социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә лә дан, ғорурлыҡ, батырлыҡ символы булған Еңеү көнөнә арналған төрлө онлайн-конкурстар, саралар дауам итә.
Һуңғы йылдарҙа илдә ҙур популярлыҡ яулаған «Үлемһеҙ полк» акцияһы быйыл да ойошторола. Фронтовиктарҙың 70-кә яҡын портреты йөҙ «Башавтотранс» автобустары борттарына урынлаштырыла һәм 9 майҙа улар Өфө урамдары буйлап тантаналы колонна булып барасаҡ. Бынан тыш, яугирҙарҙың портреттары Башҡортостан юлдаш телеканалында күрһәтелә, шулай уҡ Башҡортостанда махсус төҙөлгән «Үлемһеҙ полк» сайтына ҡуйыласаҡ. Күреүегеҙсә, акцияның форматы үҙгәргән, әммә асылы шул уҡ ҡала.
Быға тиклем Еңеү көнө күп кеше ҡатнашҡан иң ҙур байрам иҫәпләнде. Әммә онлайн-режимда үтһә лә, быйыл да ул Рәсәй, республика, район-ҡала халҡын берләштергән, Тыуған илебеҙҙең именлеге, тыныс һәм етеш тормошо хаҡына яңы ҡаҙаныштарға, үрҙәргә илһамландырған сара булараҡ һәр кемдең хәтерендә ҡаласаҡ.
Читайте нас: